Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69

ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ

МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН

Аншлаг менән үтте тамаша

26.01.2018 10:04:0010:01

Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.

Тамашасылар баҫып алҡышланы Ташбулат мәҙәниәт йорто эргәһендә эшләгән ете ҡатын-ҡыҙҙан торған «Гәлсәр» ижади төркөмөнөң концертын. Ауылдың төрлө өлкәһендә эшләгән юғары квалификациялы белгестәр, һәләтле йәш әсәләр тарафынан тәүҙә вокаль ансамбль булараҡ ойошҡан был төркөм бер-нисә концертта ике тауышҡа ҡоролған йырҙары менән сығыш яһап, күңелдәренә дәрт алып айырым концерт эшләргә ҡарар иткән ҡыҙҙар, ниәттәрен бойомға ашырып, халыҡҡа ял кисәһе бүләк итте һәм ошо тамаша менән быйылғы Ғаилә йылына старт бирҙе. Баштан уҡ төркөм бергә һәм ике тауышҡа йырлауҙы маҡсат итеп ҡуйғанға, концертта ансамбль булараҡ сығыштар өҫтөнлөк итте, төрлө характерҙағы йырҙар яңғыраны. Шулай уҡ икешәр, өсөшәр, яңғыҙар йырланы ла, күмәкләп тә, яңғыҙар ҙа бейене лә «гәлсәр»ҙәр. Тамашасыларҙың береһе әйтмешләй, «һөт өҫтөнән йыйып алынған ҡаймаҡ» менән сағыштырырлыҡ төркөм ҡыҙҙары, береһенән-береһе матур, һәләтле, һәр ҡайһыһының күңелендә моң йәшәй. Төркөмдә уҡытыусылар өҫтөнлөк итә, хатта икеһе (Тәнзилә Фәйзуллина, Лилиә Солтанова) — директор урынбаҫарҙары, береһе — математик, икенсеһе — музыка уҡытыусыһы, әйткәндәй, һуңғыһы «Йыл уҡытыусыһы» еңеүсеһе лә. Тәнзилә менән Лилиәнең икеһе лә синтезаторҙа уйнап башҡарған йыр-дуэты, яңғыҙар башҡарған йырҙары ҡабатланмаҫ хис-кисерештәр бүләк итте. Йәнә, мәктәптә башланғыс кластарҙа уҡытҡан, «Йәйғор» өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе — Нәркәс  Нурғәлинаның юғары оҫталыҡ менән башҡарылған шаян бейеүҙәре ауылдаштар күңеленә уғата хуш килде. Көсөргәнешле тормошта йәшәгән халыҡҡа башланғыс кластар уҡытыусыһы Лилиә Баракованың юморға ҡоролған сығыштары бик ярап ҡалды, зал геү килтереп көлдө лә, алҡыштарға ла күмде, уны Елена Степаненко менән сағыштырыусылар ҙа булды. Ә инде «Шатлыҡ» балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Хәлиҙә Баязитованың яңғыҙ йырлауы үҙе бер күркәм тамаша булһа, аккордеонда уйнап вальс бейетеүе һис көтөлмәгән сығыш булды. «Салауат» (АЗС Газпром) заправкалау станцияһының администраторы Гүзәл Шаһивәлиева менән Геологоразведка клубы мөдире Минзәлә Тимерйәноваларҙың бейеүе концертҡа йәм өҫтәне, Минзәләнең төрлө милләт бейеүҙәре менән ҡыҙыҡһынып, үҙ аллы өйрәнеп сәхнәгә сығарыуы бары тик хуплауға лайыҡ. Йыр-бейеү менән бер рәттән һүҙ ҡөҙрәтен «Йөрәк һүҙе» исеме аҫтында шиғыр аша еткереү шулай уҡ үҙенсәлекле сығыш булды. Мәҙәниәт йорто мөдире Зөлфирә Моратшина йәшәү мәғәнәһе, йәшәү һәм үлем, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ кеүек мәңгелек темаларҙы күтәргән ҡобайыр менән сығыш яһаны. Ә инде Денис  һәм Заһит Нурғәлиндар, Данил Хужин кеүек үҙ эшенең оҫталары концертты музыкаль яҡтан биҙәүе тамашаның кимәлен күтәрҙе. Был концертты күрше ауыл тамашасылары ла, район советы депутаты И. Х. Ҡалдаманов, Ташбулат ауыл советынан Г. Р. Бадалова, А. Н. Мөхөтдинова, ауыл советы депутаты Ш. Х. Ғайсин тамаша ҡылды, юғары баһаланы, ҡыҙҙарға уңыштар, яңы үрҙәр теләне. Дөрөҫөн әйткәндә, был концертта дәртле, һәләтле халыҡ йәшәгән Ташбулаттың бер тамсыһы ғына сағылды. Быйылғы йыл матур башланғыс менән старт алған кеүек йыл да яҡшы ваҡиғалар, күркәм тамашалар менән үтер тигән изге ниәт, күтәренке күңел менән таралды халыҡ.

 

Рубрики: Пресса о нас