Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69

ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ

МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН

Атайсал-2018

30.01.2018 09:58:0009:01
Д. САФИУЛЛИНА.
Муниципаль район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитет, йәштәр эштәре буйынса комитет, Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте һәм мәҙәни-ял үҙәге район үҙәге ойошмалары һәм предприятиелары араһында уҙасаҡ «Атайсал» конкурсының положениеһын раҫланы. Республикала иғлан ителгән Ғаилә йылына арналған ижади бәйге хеҙмәт коллективтары араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу, халыҡ ижадын популярлаштырыу, сәләмәт тормошто пропагандалау, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, һәләтле йәштәрҙе асыҡлау, илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү, башҡорт мәҙәниәтенә һөйөү уятыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Конкурс положениеһына ярашлы, халыҡ ижады фестивалендә Асҡарҙың бөтә ойошма-предприятиелары ҡатнаша. Балалар коллективтары йәлеп ителмәй.
Фестиваль программаһы ике өлөштән торасаҡ:
— концерт программаһы (2 сәғәт 30 минуттан артмаҫҡа тейеш);
— ҡул эштәре, милли аш-һыу һәм халыҡ оҫталары эштәренән торған күргәҙмә.
I тур 26 февралдә башлана һәм графикка ярашлы район мәҙәниәт һарайында үтә.
II тур — 28-29 мартта Гала-концерт һәм фестиваль еңеүселәрен бүләкләү.
Предприятие-ойошмаларҙың сығыш яһау графигы:
26 февраль — Асҡар ауыл биләмәһе хакимәте, «Ҡайынҡай», «Миләш», «Сулпылар», «Тирмәкәй» балалар баҡсалары;
28 февраль — эске эштәр бүлеге, ЮХХДИ, 61-се янғын һүндереү часы, район суды, суд приставтары, прокуратура, адвокатура, регпалата;
1 март — 1-се Асҡар урта мәктәбе;
6 март — Т. Кусимов исемендәге гимназия;
7 март — район хакимиәте, милек менән идара итеү комитеты, финанс идаралығы, мәғариф бүлеге, «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, балалар ижады йорто, йәш техниктар станцияһы, «Юрға» ат-спорт мәктәбе, ауыл хужалығы бүлеге, ветстанция;
12 март — «Тамъян» ҡулланыусылар йәмғиәте, Газсервис, «Башкиргаз», «Урал аръяғы» УЭМВС-ы, Әбйәлил урмансылығы, Эшҡыуарҙар советы, «Коммунальник» йәмғиәте, Әбйәлил мәғлүмәт үҙәге, РЭС, «Урал аръяғы» МТС-ы, һөт заводы;
15 март — үҙәк район дауаханаһы, дарыухана;
20 март — Һаҡлыҡ банкы, Уралсиб, Социнвестбанк, Россельхозбанк, федераль ҡаҙна, хәрби комиссариат;
21 март — Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге, «Ярҙам» үҙәге, Пенсия фонды идаралығы, инвалидтар йәмғиәте, ветерандар советы, РУС, Асҡар почтаһы, мәшғүллек үҙәге;
26 март — ДРСУ, китапхана.

Рубрики: Пресса о нас