Гел бейеп-йырлап йөрөргә генә, тимәгән…
Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы И. Ә. Мусиндың инициативаһы менән быйыл тәүге тапҡыр мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында сәләмәтлек спартакиадаһы уҙғарылды. Ярышта ҡатнашырға бөтәһе 15 команда теләк белдерҙе. Мәҫәлән, район мәҙәниәт һарайы һәм мәҙәни ял үҙәгенең бухгалтерияһы айырым командалар ҡуйҙы, шулай уҡ сәнғәт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен һынап ҡараны, ауыл биләмәләре мәҙәниәтселәре иһә спартакиаданың иң әүҙем ҡатнашыусылары булды. Гел ҡупшы, зауыҡлы кейемдәрҙә, сәхнә тү-рен биҙәп, моңло тауыштары менән тамашасы күңелен үҫтергән әртистәрҙе спорт кейемендә, туп йә ҡулса тотоп, һикерәнләп йөрөүен күреү берҙән ҡыҙыҡ та ине. Икенсе яҡтан, спорт һөйөүсе етәксе ҡулы аҫтында эшләгән мәҙәниәтселәрҙең был юлы ла һынатмауы, шулай уҡ дәртле һәм ихлас ярышыуҙары һоҡлан-ғыс булды.
— Спартакиадаға бөтәһе алты спорт төрөн индерҙек, — тип программа менән таныштырҙы профсоюз комитеты рәйесе Заһит Ғәбитов. — Тәүге тапҡыр ойошторған сараны юғары кимәлдә үткәреүгә булышлыҡ иткән «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы коллективына, баш судья Фәрит Шәрәфетдиновҡа, физкультура, спорт һәм туризм буйынса комитет рәйесе Артур Дәүләтбаевҡа рәхмәтлебеҙ.
Шулай итеп, спартакиаданың иң мауыҡтырғыс өлөшө — «Күңелле старттар» башланды. Бында беренселекте мәҙәни ял үҙәге бухгалтерияһы ҡулдан ысҡындырманы. Икенселә — район мәҙәниәт һарайы һәм өсөнсөлә Байым күп функциялы мәҙәни үҙәге спортсылары. Баскетбол ҡулсаһына иң күп туп ташлаусы, йәғни иң мәргән команда тип берлектә сығыш яһаған Буранғол һәм Хәмит мәҙәниәтселәре табылды. Икенсене йәнә бухгалтерия, өсөнсө Красная Башкирия командаһы яуланы. Алыҫлыҡҡа һикереүҙә шулай уҡ бухгалтерия иң шәбе булып сыҡты, уларҙан Красная Башкирия һәм сәнғәт мәктәбе спортсылары бер аҙ ғына ҡалышты. Йөҙөүҙе иһә бассейнда эстафета рәүешендә уҙғарҙылар, был спорт төрөндә Красная Башкирия командаһы алдынғылыҡты бирмәне. Икенсе урында — район мәҙәниәт һарайы, өсөнсөлә хәлилдәр. Дартста призлы урындарҙы сәнғәт мәктәбе, Әлмөхәмәт һәм Дәүләт ауыл биләмәләре командалары бүлеште. Волейболда иһә Амангилде һәм Ҡырҙас ауыл биләмәләре командаһы еңеп сыҡты. Икенселә — байымдар, өсөнсөлә сәнғәт мәктәбе.
Шулай итеп, иң күп мәрәйҙәр йыйып, спартакиада еңеүсеһе исемен һәм кубокты район мәҙәниәт һарайы командаһы яуланы. Бухгалтерия уларҙан бер нисә генә мәрәйгә ҡалышып, икенсе урында билдәләнде. Өсөнсөлә — Красная Башкирия мәҙәниәтселәре.
Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.