Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69

ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ

МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН

ҘУР СӘХНӘНЕ ШАУЛАТТЫ «СОРНАЙ»

ҘУР СӘХНӘНЕ ШАУЛАТТЫ «СОРНАЙ»
Мәҙәниәт
03.04.2018 09:57:0009:04
Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.
Бәләкәй бейеүселәрҙең төбәк-ара фестивалдә ҙур уңышҡа өлгәшеүендә ата-әсәләрҙең өлөшө ҙур», — тип иҫәпләй «Сорнай» бейеү студияһы етәкселәре Лилиә һәм Радик Хәлиловтар.
Ике йыл элек район балалар ижад йорто ҡанаты аҫтында, Йәштәр йортонда эш башлаған «Сорнай» бейеү студияһының тәүге ҙур еңеүе был — ансамблдең өлкән йәштәгеләр төркөмө Учалы ҡалаһында уҙған «Яҙ һулышы» төбәк-ара фестивалендә Гран-при һәм «Фестиваль асышы» номинацияһында беренсе урын яуланы.
— 20-нән ашыу бейеү коллективы ҡатнашҡан (унда Башҡортостандан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә данлыҡлы ансамблдәр килә — авт.) фестивалгә беҙ «Башҡортостан йәшлеге» һәм украин халыҡ бейеүе гопакты алып барҙыҡ, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Радик Зиннур улы. — Балаларҙың сығышын составында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Роберт Хәмиҙуллин, «Мираҫ» бейеү ансамбле солисы Элеонора Заһитова кеүек билдәле шәхестәр булған жюри баһаланы. Беҙҙең ансамблдә 12 пар — 24 бала бейегәнгә күрә, улар сәхнәне тултырып баҫып, дер һелкетте, шуның менән улар баштан уҡ өҫтөнлөк яуланы, тиергә мөмкин. Беҙ уҡыусыларыбыҙға башлыса Фәйзи Ғәскәров ансамбле репертуарында булған бейеүҙәрҙе өйрәтергә тырышабыҙ, сөнки был сығыштар дәртлелеге, күмәк артистарҙы йәлеп итеүе, сағыулығы менән айырылып тора. Балаларҙың ихлас шөғөлләнеүендә һәм ошондай мәртәбәгә өлгәшеүендә уларҙы йыбанмай түңәрәккә йөрөткән, сәхнә костюмдары тектереүҙе тулыһынса үҙ өҫтәренә алған, юл сығымдарын ҡаплауҙа ярҙам иткән ата-әсәләрҙең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Бынан тыш, ҙур фестивалдә ҡатнашыу мөмкинлеге биргән район хакимиәтенә, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәренә, 1-се Асҡар урта мәктәбе һәм Т. Кусимов исемендәге гимназия етәкселегенә лә тик изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Яҡташтарыбыҙҙы Гран-при алыуы менән ҡотлап, дипломды тапшырғанда Учалы ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев һоҡланыуын йәшермәй: «Әле бала ғына булһағыҙ ҙа, ысын артистарҙан һис кәм сығыш яһаманығыҙ, ҙур сәхнәне шаулатып, ҡатмарлы бейеүҙе бер ҡаушауһыҙ башҡарыуығыҙ мөғжизәгә тиң», — ти ул.
Өлкән төркөмдө 10 – 13 йәшлек балалар тәшкил итһә лә, улар араһында иң кескәй бейеүсе, Хәлиловтарҙың улы, «Байыҡ» бейеү конкурсы еңеүсеһе Искәндәр ҙә сығыш яһай, һәм ата-әсәһенең өмөтөн аҡлап, дөйөм уңышҡа үҙ өлөшөн индерә.
04

0
Оставить комментарий

Рубрики: Пресса о нас