Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих
ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ
АДМИНИСТРАЦИИ МУНИЦИПАЛЬНОГО
РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ
РАЙОНЫ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ
МӘҘӘНИӘТ БҮЛЕГЕ

Алтын парҙар


27 ноябрь көнө мәҙәни-ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан Йәштәр йортонда “Алтын парҙар” кисәһе үткәрелде.Иңгә-иң терәшеп, татыу ғаилә булып 50 йыл бергә йәшәүсе Шәмилә Фуат ҡыҙы менән Альфред Барый улы Садыҡовтар, Райхана Хәбибрахман ҡыҙы менән Камил Сөләймән улы Мәһәҙиевтар, Шәрифә Миҙхәт ҡыҙы менән Әҙеһәм Мостафа улы Хәмзиндар саҡырылды. Юбилярҙарҙы матур байрамдары менән ЗАГС бүлеге мөдире Фәридә Мөхтәсип ҡыҙы Әхмәтова, Асҡар ауыл биләмәһенең эштәр башҡарыусыһы Дилә Нәсим ҡыҙы Нурлығаянова, Район ветерандар советы рәйесе Ансар Ғаттар улы Төлкөбаев тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе. Оҙаҡ йылдар арымай-талмай намыҫлы хеҙмәт иткән юбилярҙарҙы эш урындарынан, “Алтын парҙар”ҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡотлап үтте. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре кисәне сағыу музыкаль номерҙар менән биҙәне.





Рубрики: Новости