Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих
ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ
АДМИНИСТРАЦИИ МУНИЦИПАЛЬНОГО
РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ
РАЙОНЫ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ
МӘҘӘНИӘТ БҮЛЕГЕ

Район мөнәжәтселәр бәйгеһе үтте

18 апрель көнө Ҡырҙас мәҙәни-ял үҙәгендә IV Асыҡ район мөнәжәтселәр бәйгеһе уҙҙы. Конкурс иң яҡшы һүҙ оҫталарын асыуҙы, йәштәрҙе милли йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр рухында тәрбиәләүҙе, башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадының бер төрөн тәшкил иткән мөнәжәтте үҫтереүҙе һәм уны тергеҙеүҙә йәмәғәт ойошмаларының иғтибарын йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Мөнәжәтселәр батырлыҡта, оҫталыҡта, маһирлыҡта көс һынашты. Һүҙ оҫталарын жюри ағзаларына Әбйәлил районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы И.Ә.Мусин, Урал аръяғы “Ҡуңырбуға”ижади ойошмаһы етәксеһе М.З.Кәримов, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Фәнүзә Биктимерова, район мәҙәниәт бүлеге методисы Г.Р.Шәйәхмәтоваға баһалауы еңел булманы.
Район мөнәжәтселәр бәйгеһенең һөҙөмтәләре түбәндәгесә:
Балалар араһында:
1 урын – Ильясова Гөлнур, 9 йәш (Асҡар ауылы);
2 урын – Мәһәҙиев Илдар, 8 йәш (Рысҡужа ауылы);
3 урын – Һаҙыев Азамат, 11 йәш (Ишҡол ауылы).
17 йәштән өлкәндәр араһында:
Гран-при – Ташбулат ауылынан “Хазина” ансамбле (етәксеһе Р.Ш. Рәхмәтуллина);
1 урын – Дәүләт ауылынан “Серҙәштәр” ансамбле (етәксеһе Н.З.Солтанова);
2 урын – Таштимер ауылынан “Ынйылар” ансамбле (етәксеһе А.С.Тайыпова), Геологоразведка ҡасабаһынан “Аҡсарлаҡ” ансамбле (етәксеһе Ф.М.Хәйруллина);
3 урын – Красная Башкирия ҡасабаһынан “Хазина” ансамбле (етәксеһе Г.С. Зәйнуллина), Теләш ауылы ансамбле (етәксеһе Ғ.В.Йәнйегетова).
Айырым сығыш яһаусылар араһында:
1 урын – Мәҙинә Ғәбитова (Йәнгел ауылы),
2 урын – Зөһрә Мәһәҙиева (Ҡаҙмаш ауылы),
3 урын – Зөһрә Ҡашапова (Асҡар ауылы), Гөлсәсәк Зәйнуллина (Красная Башкирия ҡасабаһы).
Үҙҙәренең күстәнәс сығыштары менән күрше Белорет районы Сосновка ауылы ағинәйҙәре (етәксеһе Р.Ҡ. Йосопова) сараны биҙәне. Конкурсты ойоштороусы Роза Хәйруллина, алып барыусы Сания Абдуллина сараны килгән ҡунаҡтар һәм дәррәү ҡатнашыусылар берлегендә ритайым менән тамамланылар.





Рубрики: Новости