Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69

ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ

МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН

Юлдарығыҙ хәүефһеҙ булһын!

“Йәйғор” халыҡ театры эргәһендәге “Мираҫ” әҙерлек төркөмө (етәксеһе И.М.Шәйәхмәтова) Т.Кусимов исемендәге гимназияның 2-4 класс уҡыусылары алдында З.Фәйзуллинаның “Ах бәлә, бәлә” исемле фәһемле пьесаһы менән сығыш яһаны.

Юл ҡағиҙәләрен белеүҙе генә түгел, ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы тыңлауға, тәртипкә саҡырған спектакль бер тында ҡаралды.

Шатморат (Ильназ Әйүпов) үҙенең битарафлығы арҡаһында тоғро дуҫы – эте Балтиморҙы юғалта, үҙе бәләгә тарый.

Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен пропагандалау буйынса инспектор Альбина Дамир ҡыҙы Мусина ла балаларҙы юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, йәйәү, велосипедта йөрөгәндә иғтибарлы булырға өндәне, йәйге каникулдарҙың бәлә-ҡазаһыҙ үтеүен теләне.

Гимназияның тәрбиә эштэре буйынса урынбаҫары Фәнилә Мансур ҡыҙы Ноғоманова балаларға юл ҡағиҙәләре буйынса блиц-опрос үткәрҙе.

Рубрики: Коллективы | Новости