Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих

ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ

МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН

“Ҡаҙ өмәһе”

Шәриптәрҙе телевизорҙан ҡарарбыҙ әле
Бөгөн “Тамыр” балалар каналының ижади төркөмө Шәрип ауылында өмәлә ҡатнашты. Балаларҙы халыҡ йолалары менән таныштырыу маҡсатында тележурналист Зөлфиә Даянова, режиссер Альбина Йосопова һәм оператор Раушан Артыҡов уңған ғаилә Шәүрә һәм Зиннәт Ямаловтар хужалығында гөрләгән ҡаҙ өмәһе буйынса фильм төшөрҙө. Бөтмөр хужаларҙың өлгөр ҡыҙҙары Гүзәлиә һәм уның әхирәттәре, шулай уҡ ауылдың егәрле ҡатын-ҡыҙҙары күмәкләп ҙур эште атҡарышты, бер ыңғай киноға ла төштө.  https://vk.com/oskon_1932

Рубрики: Пресса о нас