Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих
ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ
АДМИНИСТРАЦИИ МУНИЦИПАЛЬНОГО
РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ
РАЙОНЫ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ
МӘҘӘНИӘТ БҮЛЕГЕ

Кем һин, билдәһеҙ йырсы?

Мөхәммәт Ғәлимовтың башҡорт халыҡ йыры «Уйыл»ды башҡарған видеояҙмаһының социаль селтәргә юлығыуы интернет ҡулланыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Мөхәммәт Ғәлимовтың башҡорт халыҡ йыры «Уйыл»ды башҡарған видеояҙмаһының социаль селтәргә юлығыуы интернет ҡулланыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ролик йәшен тиҙлегендә бер төркөмдән икенсеһенә таралды, уны хатта шәхси битләүҙәргә күсереп алдылар, ә комментарий яҙыусыларҙың иҫәбе-һаны булманы. Йыр-моң һөйөүселәр моң эйәһен икенсе Рамаҙан Йәнбәков тип нарыҡланы, күптәр «халыҡ йырсыһы исемен бына кемгә бирергә кәрәк» тигән ҡыйыу фекерен ярып һалды. Бығаса ишетелмәгән билдәһеҙ йырсының кем, ҡайҙан булыуын, нимә менән шөғөлләнеүен асыҡларға теләүселәр ҙә хәтһеҙ күп ине. Мине генә түгел, бихисап яҡташтарҙы иң ғәжәп иткәне, шулай ҙа, интернетты шаулатҡан уҙамандың Ҡаҙмаш ауылынан икәнлеген белеү булды.

Әгәр күрше йортта картуф алғандан һуң, аш артында Мөхәммәт ағайҙың бәләкәйҙән ағай тип яҡын күреп үҫкән, әле лә ярҙамдарын тойоп йәшәгән йыраҡтағы яҡындарына сәләм йыр башҡарыуын хужабикә Рәшиҙә Фәттәхова видеоға төшөрмәһә, ә шул яҙма осраҡлы рәүештә социаль селтәр таҫмаһына килеп сыҡмаған булһа, һаман да арабыҙҙа ғәжәйеп үҙенсәлекле тауышҡа, тәрән моңға эйә ысын мәғәнәһендә хазинаға тиң замандашыбыҙ йәшәгәнен белмәҫ инек. «Замана ауының» ҡөҙрәте шунда ла инде: Мөхәмәт Ғәлимов бер йыры менән тиҙ арала Башҡортостанда ғына түгел, Татарстанда ла билдәле кешегә әйләнде лә ҡуйҙы. Уны ҙур сәхнәләргә сығарыу, конкурстарҙа ҡатнаштырыу буйынса төрлө тәҡдимдәр, бәхәстәр, хатта талантҡа ҡарата битарафлыҡ — олоғайғансы бер ҡайҙа ла ишетелмәүе өсөн шелтә-үкенестәр ҙә әҙ белдерелмәне.
Интернет бал ҡорто күсе һымаҡ гөжләп торһа ла, Мөхәмәт Ғәлимов өсөн тормош һаман бер көйө, үҙгәрешһеҙ дауам итә. Ул интернетта юҡ, сәхнәгә сығыу тураһындағы хыялы ла күптән һүнгән. Тыуған ауылы Ҡаҙмашта уның йырға маһирлығы, оҫта гармунсы, баянсы булыуы бер кемгә лә сер түгел. Ваҡытында гармуны менән туйҙан-туйға, ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа саҡырылған ағай әле лә, ара-тирә, клубта үткән концерттарҙа сығыш яһай. Ләкин дәрт-дарманы ғына йәшлектәгесә түгел. Яҙыуы нисек кенә ҡыйын булмаһын, уның ауырлыҡ менән көн итеүенә күҙ йомоп булмай. Йортонда электр уты өҙөлгән, хеҙмәт стажы тулмау сәбәпле, пенсия юллай алмаған, ошо арҡала 63 йәшлек ир тамаҡ хаҡына ялланма хеҙмәттә — кемгә утын ярып, кемеһенә бесән сабышып йә картуф сәсеп-алышып йәшәргә мәжбүр. Бындай хәлдә йыр ҡайғыһымы тиерһегеҙ. Әммә уны шул берҙән-бер йыуанысы, йәшәүенең йәме, яҡты биҙәге булған йырҙары йәшәтә лә инде. «Яңғыҙлыҡтан, хәсрәт-һағыштан һәм сараһыҙлыҡтан башты ташҡа бәрерҙәй ваҡыттарҙа йырлап күңелемде бушатам. Үҙем хаҡындағылай күреп йырлап йыуанған йырҙарымдың береһе — «Иҙел бит ул…»
Иҙел буйҙарына барһам,
Һөйләр инем Иҙелгә:
Минең һағыштарымды ла
Алып кит, тип, диңгеҙгә», — ти үҙе был хаҡта.
Юҡ, тормош михнәттәренә зарланмай, яҙмышының шулай ҡоролоуына бер кемде лә ғәйепләмәй ул. Уның менән әңгәмәләшкәндә мин Мөхәмәт ағайҙан бер ауыҙ аһ-зар ишетмәнем, үҙе ярлы булһа ла, күңеле бай кешенең йыр сәнғәте, музыка донъяһы, яратҡан йырсылары тураһында әҫәрләнеп һөйләгәнен тын ҡалып тыңланым.
— Ете балалы ишле ғаиләлә, малайҙарҙан иң кесеһе булып үҫтем. Атайым — Хатип Хәкимйән улы һуғыш ветераны булды. Әсәйем — Әминә Сабирйән ҡыҙы — Шишмә районынан, Тимирязев исемендәге педагогия институтын тамамлағас, 1947 йылда йүнәлтмә буйынса Асҡарға химия-биология уҡытыусыһы итеп ебәрелә, бер йылдан тормошҡа сығып, атайым Ҡаҙмашҡа алып ҡайта. Улар икеһе лә йыр-моңға әүәҫ булды. Әсәйем мандолинала оҫта уйнаны. Атайым халыҡ йырҙарын йырланы, татар йыры «Миңзәлә»не әсәйемә бағышлар ине. Иҫемдә, Фәтих ағайыма Асҡарҙан йәшел төҫтәге гармун алып ҡайттылар. Өлкән ағайым Салауат гармунда, ҡурайҙа һәйбәт һыҙҙыра ине. Тик никтер Фәтих ағайымдың гармунға барымы булманы, үҙе лә уйнарға бигүк тартылып торманы. Шул гармунда үҙ аллы уйнарға өйрәнеп, мәктәпкә уҡырға төшмәҫ элек арыу ғына тысҡылдата инем. Уҡытыусы Дәлилә апай Сафиуллинаның баянда уйнағанына, эй, күҙем ҡыҙа торғайны. 12 йәшемдә әсәйем баян алып бирҙе. Шул йылы атайым мәрхүм булды. Райпо магазины һатыусыһы Мәрзиә апай баянды Мөхәммәт өсөн генә алып ҡайттым, тигән. Футляры бар ине. Хаҡын да иҫләйем — 127 һум. Минең ҡыҙыҡһыныуҙарым өйҙә һәр саҡ хупланды, — тип, һүҙҙе бала саҡ хәтирәләрен һүтеүҙән башланы ул.
Инде үҫмер ҡорона еткән Мөхәммәттең музыка менән ихлас мауығыуын, гармун-баянда өҙҙөрөп уйнауын бөтә ауыл белә. Магазинда һатыусы булып торған Әғзәп Әһелов: «Бында уйнаһаң һин генә уйнай алырһың, хаҡын түләрһегеҙ әле», – тип уҡыусы балаға аккордеон тоттороп ҡайтара.
— Хаҡын аҙаҡ ул ваҡытта эшләп йөрөгән Роза апайым түләне. «Березка» тигән аккордеон ине ул, тауышының ҡабатланмаҫ яңғырашы! — әйтерһең, шул мәлдәрҙе йәнә кисергәндәй, геройымдың күҙҙәре осҡонлана. — Ә һеҙ беләһегеҙме, аккордеонда Бәхти Ғайсиндың оҫта уйнағанын? Йырсыларҙың инструментта үҙҙәре уйнап йырлауын бигерәк яратам. Фән Вәлиәхмәтов һәм Фидан Ғафаров, мәҫәлән, талъян оҫталары. Талъяндың тауышы ла иҫ киткес. Һәр музыка ҡоралының үҙенә генә хас моңо бар. «Где-то жалейка плачет» тип украиндарҙың халыҡ инструменты тураһында юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Ә баян иңрәй, иғтибарлап тыңлап ҡарағыҙ әле.
Һигеҙенсе класты бөткәс, өлкән апайы Роза, Мөхәммәтте Өфөгә, сәнғәт училищеһына алып бара. Баян бүлегенә уҡырға алалар. Тик оҙаҡ та уҡымай, һағынып ҡайтып төшә. Амангилде урта мәктәбендә уҡыуын дауам иткәндә егет тәүгә кеше алдына сығып йырларға йөрьәт итә. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйлә Миһманова өйрәткән йыр менән клуб сәхнәһендә сығыш яһаусы 9-сы класс уҡыусыһын тамашасылар алҡышлап ҡабул итә, баянда Садиҡ Шаһыбалов оҙата.
— Һабаҡташым, ауылдашым Азамат Усманов та йыр-моңға ғашиҡ ине. Уның менән бергә баянда уйнап, йырлап йөрөнөк. 10-сы класты бөткәс, сәнғәт юлынан китергә булдыҡ. Әсәйем икебеҙҙе Учалы сәнғәт училищеһына алып барҙы. Азамат — баян, мин вокал бүлегенә уҡырға индем. Бында ла уҡымай ташлап ҡайтып килдем. Һағыныуға түҙә алманым. Колхозда эшләйем, өй өҫтө, тип уйланым. Азамат артабан сәнғәт институтын тамамланы. «Йәнтөйәк» тапшырыуының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы булып танылды, — тип дауам иткәнендә күңелде, их, шул ваҡытта илап ҡайтып килмәгән булһа, ул да бөгөн билдәле йырсы булыр ине тигән үкенес һыҙҙы…
Күҙ алдарында үҫкән Мөхәммәттең нескә холоҡ-фиғелле икәнлеген белгән күрше ағайҙар тағы уҡымай ҡайтып килеүе өсөн бер ҙә шелтәләп йөҙөнән алмай: «Ярай, колхозда ла эшсе ҡулдар кәрәк», — тип, үҙҙәре араһына ҡабул итә. Шулай башлана уның өсөн хеҙмәт юлы. «Заветы Ильича» колхозында төрлө эштәр башҡарыусы була.
Ауыл хужалығы эштәрендә ҡайнаһа ла, күңеле менән сәнғәт донъяһынан айырылмай. Апайҙары Өфөнән алып ҡайтҡан грампластинкаларҙы йөҙ тапҡыр әйләндереп тыңлап, Илһам Шакиров, Ғабдулла Рәхимҡолов, Фәрит Бикбулатов, Фидан Ғафаров, Хәйҙәр Бигичев, композитор Сара Садиҡова йырҙарын өйрәнә. Һуңыраҡ ике кассеталы «Сателлите» магнитофонын һатып ала. Матбуғат биттәренән яратҡан йырсылары тураһындағы яҙмаларҙы йотлоғоп уҡый. Ул сәнғәт әһелдәре тураһында уғата күп мәғлүмәткә эйә, әҫәрләнеп һөйләгән саҡта хатта тын алырға онотҡан кеүек тойола. «Илһам Шакировты тереләй күрергә яҙҙы, — ти ул, әллә ҡасанғы хәтирәләренән йәнә балҡып китеп. — Магнитогорскиға килгәнен ишетеп, Амангилделәге Фәтих ағайым, Сәлиха еңгәм менән өсәүләп концертҡа барҙыҡ, циркта сығыш яһаны». Күңелендә бөгөнгөләй итеп һыуытмай һаҡлаған йәнә бер хәтирәһе — яратҡан йырсыһы Рамаҙан Йәнбәковтың 1983 йылда Ҡаҙмашҡа килеүе. «Ике яратҡан шәхесеңдең бер сәхнәлә сығыш яһауына шаһит булыу үҙе ҙур бәхет инде. Иң яратҡан йырсым Рамаҙан ағай булһа, яратҡан баянисым — Редик Фәсхетдинов, 25 регистрлы баянда оҫта уйнай, үәт шәп виртуоз».
Йырсы егеттең үҙенән дә йыш ҡына колхозсылар алдында йәйләүҙә, ырҙын табағында, йә баҫыу өҫтөндә концерт бирҙертәләр. «Ул ваҡыттарҙа колхоз гөрләп торҙо. Комсорг Мәҙинә Ибраһимова, парторг Салауат Ҡадиров смотрҙарға күп йөрөттөләр мине. Эш хаҡы ла китеп барҙы. Йырлап алған Ленин башы төшөрөлгән дипломдарым әле лә һаҡлана ул». Бер осор урман хужалығында орлоҡ киптереүҙә эшләй. Әммә тормошоноң иң сағыу биттәре — сәнғәткә арналған йырлы миҙгелдәре барыбер. Ике йыл клубта худрук булып эшләргә тура килә. 1982–1983 йылдарҙа Магнитогорскиға төҙөлөшкә урынлашыуының да төп сәбәбе ҡаланың Халыҡтар дуҫлығы йорто янындағы Рафаэль Бакиров етәкләгән «Йәшлек» татар-башҡорт йәштәре ойошмаһында йырлап йөрөү, инструменталь ансамблдә уйнау теләгенән була. Мәүлит Мырҙағәлин, Вәхиҙә Ғибәҙәтовалар менән сығыш яһап йөрөгән мәлдәрен дә һағынып иҫкә алды ул.
— Ҙур кимәлдәге конкурста бер генә тапҡыр ҡатнаштым. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге йыр бәйгеһе ине. Баянистың тонды дөрөҫ алмауы арҡаһында йырлай алмай конкурстан төшөп ҡалдым. Нефтекамаға «Дуҫлыҡ моңо»на бар тип өгөтләгәйнеләр — теләк булманы. 1995 йылда Асҡарҙа башҡорт йырҙары бәйгеһендә икенсе урын алдым. Аҡсалата бүләкләнеләр. Йырлаған өсөн тәүге тапҡыр аҡса алдым шунда. Амангилделә үткән «Оҙон көй»ҙә шулай уҡ икенсе урынға лайыҡ булдым. Халыҡ йырҙарына һөйөү 40 йәште үткәс кенә уянды. Рамаҙан Йәнбәков иһә 15 йәштә «Буранбай»ҙы йырлаған — ғәжәп бит! «Уйыл», «Урал», «Буранбай», «Сәлимәкәй», «Шәүрә», «Төйәләҫ» — бөтәһе 12 оҙон көйҙө яратып башҡарам. Хәҙер инде ҡайҙалыр ҡатнашырға тигән дәртем юҡ. Вокаль-инструменталь ансамбль төҙөү тураһындағы хыялымды ла тормошҡа ашыра алманым. Шулай ҙа йыр-моңдан бер ҡасан да айырылмайым. Ауыл халҡы аҡса йыйып ҡулдан ике рәтле концерт баяны алып бирҙе, шуның менән төрлө сараларҙа сығыш яһайым. Өйҙә йыш моңланам. Күптәр мине эсеп алып йырлай тип уйлай. Эсмәйем тип үҙемде аҡламайым, ләкин айыҡ башҡа кеше йырламай тиһегеҙме? Йыр йөрәк һыҙлауҙарын баҫа. Ә бит яңғыҙлыҡтан да ауыр нәмә юҡ, — ти ул яманһыулап.
Мөхәммәт ағайҙан бөтөнләй ғаилә ҡорманығыҙмы тип һораным. «Мин йән атҡандар тиң күрмәне, мине оҡшатҡандарҙы йөрәгем һөймәне», — булды яуап. 1990 йылда әсәһе мәрхүмә булғаны бирле яңғыҙ йәшәй. Дөрөҫ, янында тоғро эте һәм өс бесәйе бар. Әсәһе барҙа нур уйнап торған донъяның, мал, ҡош-ҡорт тулы кәртәнең ҡотһоҙланыуында үҙенең ғәйепле булыуын бер ҙә инҡар итмәй ул. «Электрҙы күп бурыс йыйылғаны өсөн ҡырҡтылар. Үҙбелдеккә ялғап тотолған өсөн хәҙер киренән ялғата алмай язаһын кисәм», — ти.
Хәйер, бер кемде лә тикшерергә, яманларға хаҡыбыҙ юҡ. Мөхәммәт ағайҙың яҙмышын әсе ысынбарлығында гәзит битендә асып һалыуым ғибрәт итеп яҙыуҙан түгел, ә, бәлки, уға ярҙам итеп булыр тигән изге теләктән. Бынауындай цивилизация алға киткән дәүерҙә хатта иң ябай тойолған радио тыңлау бәхетенән мәхрүм булып, дөм ҡараңғы шыҡһыҙ өйҙә «һуҡыр-һаңғырау» булып йәшәүе еңел түгел.
— «Юлдаш» радиоһын яратам. Фор-саты сыҡһа, рәхәтләнеп тыңлайым. Хәҙерге эстраданан Фәрүәз Урманшин менән Айгөл Һағынбаеваның йырлауҙары оҡшай. Эфирҙа ретро йырҙарҙы ла йыш яңғыраталар. Беҙҙең йәшлек йырҙарын! — ти ул йәнә ҡанатланып.
М. Ғәлимов үҙенең интернет йондоҙо булыуын беләме тигән һорау тыуғандыр күптәрҙә. Белә. Ләкин виртуаль донъя уның өсөн бөтөнләй ят мөхит. Шуға ундағы дан уға бар ни ҙә, юҡ ни. Ә бына шул видеояҙма шауҡымында Баймаҡ телевидениеһынан килеп сюжет төшөрөүҙәренә балаларса ҡыуанған. Концерт йәки конкурстарға саҡырһалар бараһығыҙмы, тип ҡыҙыҡһындым. «Юҡтыр, ҙур сәхнәләрҙә йырлар дәүер үткән», — тип яуапланы икеләнеп. Ә шулай ҙа, мөмкинлек сыҡһа, ҡулдан ысҡындырмаҫ кәрәк, тим ышандырырға тырышып. «Әлләсе… Барырмын һуң». Тамашасы танһыҡлаған халыҡсан тауышы менән ҙур концерт залдарында сығыш яһарға яҙһын Ҡаҙмаш йырсыһына. Иң мөһиме уның йәшәйешендә ыңғай үҙгәрештәр булһын ине.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева




Рубрики: Новости