Алтын тирмә
Амангилде ауылы советында ағинәйҙәр һәм килендәр менән берлектә "Алтын тирмә" исемле кисә утте. 5 ауылдан 30 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Башҡорттоң изге һаны булып иҫәпләнгән 7-һанына ҡағылышлы: ғөрөф-ғәҙәттәр, әйтем-мәҡәлдәр, йомаҡтар, бишек йырҙары, ер-һыу атамалары кисәлә тап мәсьәлә булып урын алды. Сара юғары кимәлдә йәш быуынға фәһемле булып үтте.