Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих
ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ
АДМИНИСТРАЦИИ МУНИЦИПАЛЬНОГО
РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ
РАЙОНЫ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ
МӘҘӘНИӘТ БҮЛЕГЕ

Аралар ярашы

Рәхмәтовтар араһы кисә, йәғни 24 ғинуар, шаулатып-гөрләтеп аралар ярышын башлап ебәрҙе! Концертты ҡарарға рәхмәттәр генә түгел сит ауылдарҙан да килеп еткәндәр, хатта күрше Учалы районынан да барҙар ине. Шулай уҡ, араның вәкилдәре лә, алыҫ ерҙәрҙе яҡынайтып, республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән, ҡала-ауылдарынан килгәндәр. Улар араһында Өфөнән, Башҡортостаныбыҙҙа популярлыҡ яулаған, йәштәрҙең яратҡан йырсыһы Айнур Мансуров та бар. Тағы ла Белорет (Оло йылға), Учалы райондарынан һәм дә Әбйәлилдең төрлө ауылдарынан килгән ҡунаҡтар байрамға мәртәбә өҫтәне.
Шығырым тулы зал һәр концерт номерын дәррәү алҡышлап ҡаршы алды һәм оҙатып ҡалды. Концерт бик матур, эстәлекле булды!
Иң сағыу, дәртле номерҙар гала-концертҡа үтте. Ниндәй номерҙар икәнен белгегеҙ килһә, йомғаҡлау концертына килеп күрә алаһығыҙ, ул 1 февраль көнө буласаҡ.
Әлегә, концерт ваҡытында төшөрөлгән фотоларҙы “Аралар ярышы” альбомында ҡарай алаһығыҙ. Кемдәрҙә Рәхмәтовтар араһы ҡуйған концерттан фотолар бар, альбомға ҡуйыуығыҙҙы һорайбыҙ (үтә лә рәхмәтле буласаҡбыҙ).
Эстафетаны Ләлимдәр араһы ҡабул итеп алды – бөгөн барығыҙҙы ла тағы концертҡа көтәбеҙ!4fo6oSo8W2k i8E9P14FQuw-3Y7uk-MiLk Cy4Gygy4Fiw





Рубрики: Новости