Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих
ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ
АДМИНИСТРАЦИИ МУНИЦИПАЛЬНОГО
РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ
РАЙОНЫ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ
МӘҘӘНИӘТ БҮЛЕГЕ

Бөгөн район мәҙәниәт Йортонда “Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө” уңайынан матур байрам концерты уҙҙы

Хөрмәтле уҡытыусылар, һөнәри байрамығыҙ уңайынан ысын күңелдән булған ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ!
Нәҡ һеҙ, йәш быуындың күңеленә мәрхәмәтлелек, изгелек орлоҡтарын һалаһығыҙ, уларҙы намыҫлы, матурлыҡты күрә белеүсән, аҡыллы итеп үҫтерәһегеҙ. Сөнки мәктәп йылдарында әҙәм балаһы шәхес булараҡ үҫешә, ғүмерлек һөнәрен һайлай, әхлаҡи, гражданлыҡ сифаттарын туплай.
Һеҙҙең эшһөйөүсәнлегегеҙ, бай тәжрибәгеҙ, балаларға булған һөйөүегеҙ, педагогик һәләтегеҙ был ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә.
Ысын йөрәктән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, сабырлыҡ, эшегеҙҙә ҙур-ҙур уңыштар теләйбеҙ. Уҡыусыларығыҙҙың, ата-әсәләрҙең рәхмәте, сағыу гөлләмәләре һәм ихлас йылмайыуҙары байрамдың биҙәгенә әүерелеп, һеҙҙе бәхет нурҙарына сорнаһын!





Рубрики: Новости