Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих
ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ
АДМИНИСТРАЦИИ МУНИЦИПАЛЬНОГО
РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ
РАЙОНЫ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ
МӘҘӘНИӘТ БҮЛЕГЕ

Бөгөн районыбыҙҙа Еңеүҙең 79 йыллығы айҡанлы саралар үтте

Еңеүҙең 79 йыллығы айҡанлы Мәхмүт һәм Ҡаҙмаш ауылдарында хөрмәткә лайыҡ булған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Ишҡол Хәмзә улы Мәхмүтов һәм Ҡотлогилде Ғафият улы Төхвәтуллин менән осрашыу уҙҙы.
Ветерандарҙы ҡотларға район башлығы Илдар Таһир улы Нафиҡов һәм Әбйәлил районы хәрби комиссары Гребенщиков Максим Валентинович килде. “Боевое братство” ойошмаһы, Район мәҙәниәт йорто тынлы оркестры һәм мәктәп уҡыусылары башҡарауында парад үтте.
Шулай уҡ бөгөн Ҡаҙмаш аулында махсус хәрби операция ла батырҙарса һәләк булған яугирҙәребеҙ Мустафин Зөлфәр Нәдир улының һәм Абдуллин Заһит Санир улының исемендәрен мәңгеләштереп, тантаналы рәүештә таҡтаташ асыу сараһы уҙҙы. Киләсәк быуындың бәхетле тормошо өсөн үҙ көстәрен, ғүмерҙәрен ҡыҙғанмаған, хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәгән батырҙарыбыҙҙы онотмайыҡ!
Хөрмәтле ветерандар! Баһалап бѳткѳһѳҙ батырлығығыҙ ѳсѳн Һеҙгә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ! Еңеүҙең 79-се яҙы һеҙгә тик яҡшы кәйеф һәм шатлыҡ алып килһен!
Бөгөнгө сараларҙан фотолар: 79-сы Еңеү яҙы





Рубрики: Новости