Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих
ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ
АДМИНИСТРАЦИИ МУНИЦИПАЛЬНОГО
РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ
РАЙОНЫ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ
МӘҘӘНИӘТ БҮЛЕГЕ

Бөйөк Еңеүгә 73 йыл

Бөйөк Еңеүгә 73 йыл тулыуға арналған ҙур тантана төп майҙанда уҙҙы. 9 майҙың иң бөйөк байрам булыуын беҙҙең илдә генә түгел, донъяның төрлө тарафтарында аңлап ҡабул итеүҙәре һәм ҙурлап билдәләүҙәре хаҡында әйтте үҙенең тәбрикләү телмәрендә хакимиәт башлығы Р.Һ.Сыңғыҙов.

Хәрби комиссар Р.М.Ғәҙелшин тантаналы рәүештә парадты ҡабул итте. Сик буйы һаҡсылары, афған һәм чечен һуғыштары ветерандары, шәфҡәт туташтары, янғын һүндереү часы, кадеттар, Т.Кусимов исемендәге гимназия, 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусылары, курсанттар, спортсылар, тынлы оркестр сафы  үтте. 112-се кавалерия дивизияһы атлыларын һынландырған «Юрға» ат-спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һыбай уҙҙы. Хеҙмәт ветераны Арслан Лоҡмановтың ГАЗ-69 автомобиле, ДОСААФ-тың ауыр техникаһы колоннаны йомғаҡланы. Парадтан һуң үҙәк китапханан башланып, Коммунистик, Комсомол урамдарын ураған «Үлемһеҙ полк» төп майҙандан уҙҙы.

Тантаналы өлөштән һуң район мәҙәниәт һарайы артистары байрам концертын һуғыш йылдарын һынландырған  «Өс мөйөшлө хаттар» исемле сәхнәләштереү менән  башлап ебәрҙе. Майҙанға йыйылған бөтә халыҡ күңеленең иң нескә ҡылдарын тирбәтерҙәй моңло, патриотик рухлы һуғыш йылдары йырҙарын тыңланы, бейеүселәрҙең дәртле сығыштарын яратып ҡараны.





Рубрики: Новости