Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69

ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ

МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН

Баимовский центральный сельский дом культуры

27 декабрь,Байым ауылының “Үҙәк” һәм “Дуҫлыҡ” урамы янындағы балалар майҙансығында балалар өсөн “Саф һауалы-яңы йыл”исемле байрам үтте.Был сарала шулай уҡ ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнашты. Байрамға берәүҙә буш ҡул менән килмәне,кем күстәнәсен, ә кемдер бүләген дә тотоп килде.Ошо урамдарҙа йәшәүселәр үҙҙәренең дуҫ,берҙәм икәнлеге менән таң ҡалдыра.Ҡатын ҡыҙҙар өҫтәл тултырып тәм-том,аш-һыу яраштырһа,ир-егеттәр ут яғып, ҡаҙан аҫып, самауырҙар ҡайнатып ҡатын-ҡыҙҙарға ҡунаҡтарҙы һыйларға ярҙам итте,утта тәгәрәтеп картуф бешерҙе.Байрам сараһында, Байым ауылы старостаһы Ғәҙел Моратов,ошо урамдың депутаты Нур Хәлилов,Байым мәҙәниәт йорто директоры Марс Сәйетғәлин балаларҙы һәм ауыл халҡын байрам менән ҡотланы.Балалар уйнап- көлдө,йырлап -бейене.Уйындарҙы Марс Мөҙәрис улы менән 10 синыф уҡыусыһы Эльвира Таипова бик ҡыҙыҡлы ойошторҙо.Байрамдың бағымсылары булып ике урамдың халҡы,ауыл хакимиәте башлығы Й.Н.Зәйтүнов,ауыл советы депутаттары,шәхси эшҡыуар Зилдә Толонғужина ҡатнашты.Ауыл халҡы исеменән балаларға ошондай матур байрам ойошторғандары өсөн, ауыл хакимиәте башлығы Ө.Н.Зәйтүновҡа,Ғәҙел Моратовҡа,Марс Сәйет-ғәлинға,Ильсур Ғүмәровҡа,Эльвира Таиповаға, ауыл советы депутаттарына,”Үҙәк” һәм “Дуҫлыҡ” урамдарында йәшәүсе халыҡҡа рәхмәт һүҙен ветеран уҡытыусы Гөлнур Билалова

Рубрики: Новости