Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих
ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ
АДМИНИСТРАЦИИ МУНИЦИПАЛЬНОГО
РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ
РАЙОНЫ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ
МӘҘӘНИӘТ БҮЛЕГЕ

Әбйәлилдә IV Түңгәүер ырыуы йыйыны үтте

Ошо көндәрҙә йәмле Әбйәлил ерлегендә, Башҡортостан Республикаһының төрлө төбәктәрендә йәшәүсе “Түңгәүер” ырыуы вәкилдәренең Ырыу йыйыны үтте.
Ике көн дауамында барған форумға Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Йылайыр, Хайбулла райондарынан һәм Сибай, Өфө ҡалаларынан делегаттар килде. Түңгәуер ырыуы йыйынының пленар ултырышынан һуң Асҡарҙа, мәҙәниәт йорто янында ырыу батыры Күҫәп Солтанғоловҡа бюст асылды.
Бөтә донъя башҡорттарының Президиумы ағзаһы Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы район мәҙәниәтен үҫтереүҙә тос өлөш инедергән өсөн рәхмәт хаттары менән Район мәҙәниәт йорто начальнигын – Ирек Әғзәп улы Мусинды, ижади коллектив етәксеһен – Фәнил Шәйхислам улы Әсәҙуллинды, баш методист – Әлфиә Афраил ҡыҙы Заһиҙуллинаны, Байым ауылы күп тармаҡлы моделле мәҙәниәт йорто мөдирен – Марс Мөдәрис улы Сәйетғәлинде буләкләне.
Шулай уҡ Марс Мөдәрис улы милләтте туплауҙа, башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә күрһәткән әүҙем һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәре өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһы «Алда нур сәс халҡыңа” миҙалы менән тәбрикләнде.
Түңгәүер йыйыны сиктәрендә йәштәр форумы “Алға” үтте. Кискә табан йәштәр көнө ыңғайынан Асҡар ауылының үҙәк майҙанында райондың иң әүҙем йәштәрен тәбрикләү һәм “Етегән” эстрада төркөмө башҡарыунда күңелле концерт үтте.
Икенсе көн Түңгәүер ырыуы һабантуйы Айғырбатҡан хуторында дауам итте. Унда Рауил, Хәлил, Әлмөхәмәт, Асҡар, Байым, Дәүләт ауыл биләмәләре һәм Хәйбулла, Баймаҡ, Бөрйән райондары үҙ тирмәләрен ҡорҙо. Түңгәүер ырыуы батыры Ғаззалли Үтәшев иҫтәлегенә милли көрәш, гири күтәреү, уҡтан атыу һәм башҡа төрлө ярыштар ойошторолдо. Район мәҙәниәт йорто һәм Әбйәлил районы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән театрлаштырылған тамаша һәм концерт байрамға тағы ла йәм өҫтәне.





Рубрики: Новости