Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих
ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ
АДМИНИСТРАЦИИ МУНИЦИПАЛЬНОГО
РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ
РАЙОНЫ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ
МӘҘӘНИӘТ БҮЛЕГЕ

Әбйәлилдәр IV “Урал аръяғы-2022” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡатнашты

Сибай ҡалаһында ике көн дауамында үткән IV “Урал аръяғы-2022” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы 4 июнь Баймаҡ районының йәмле Граф күле буйында дауам итте.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге делегация балалар һабантуйында булып, артабан бер-бер артлы теҙелгән төрлө райондарҙың тирмәләрен ҡараны. Әбйәлил районы ҡунаҡтарҙы йыр-моң, дәртле бейеүҙәр, бауырһаҡ, ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Һәм, әлбиттә, Әбйәлил районына ғына хас булған брендлы әйберҙәрҙе: ыҫлы ҡорот, талҡан эшләү серҙәрен, аҡ кейеҙҙәрҙән күргәҙмәләрен тәҡдим итте.

Фестивалдә Хәйбулла, Әбйәлил, Көйөргәҙе, Баймаҡ, Йылайыр, Дәүләкән һәм Әлшәй райондары, шулай уҡ Бүрәт һәм Тыва республикаларынан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән һәм Пермь крайынан ҡунаҡтар ҡатнашты.

Ниндәй һабантуй ат сабышы, милли көрәшһеҙ үтһен! Был юлы ла һәр урында төрлө спорт ярыштары ойошторолдо, халыҡ таланттары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең бай сағыу концерты булды.

Көндөң ҡапыл һыуытып, ямғыр яуып алыуы ла һабантуйҙың йәмен ебәрмәне: халыҡ рәхәтләнеп ял итте, хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде, бала-сағаның шатлыҡлы тауыштары яңғырап торҙо, бар ерҙә – байрам тантанаһы хөкөм итте.





Рубрики: Новости