Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69

ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ

МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН

Джентльмен “Өс таған”-шоу

Район мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара Ирҙәр көнөнә бағышланған район Джентльмен “Өс таған”-шоу бәйгеһе уҙҙы. 7 “өс таған” ҡатнашып, һәр береһенең англичандарҙа быуын-быуындан күсеп килгән джентльмендар сифаттары кеүек, милли ғөрөф-ғәҙәтте беренсе рәткә ҡуйып, татыу тормош көткән ир-егеттәрҙең ысын мәғәнәһендә джентльмендар “өс тағаны” икәнлегенә инандыҡ.

Бар һынауҙарға ла ихлас әҙерләнеп, иң шәп олатай, атай, уллыҡтарын күрһәтеп, Гран-при Амангилде ауылынан Шаһыбаловтар “өс тағаны” яуланы.  I урынды – Кинйәбулатовтар “өс тағаны” (Асҡар ауылы), II урын – Сәлиховтар “өс тағаны” (Таштуй ауылы), III урын – Сәйфуллиндар “өс тағаны” (Хәлил ауылы) алып ҡайтты. Суфияновтар (Ҡушый ауылы), Зариповтар (Красная башкирия ҡасабаһы), Шәкировтар (Йәнгел ҡасабаһы) “өс тағандары”  “Сая”, “Татыу”, “Милли йолаларҙы һаҡлаусы” номинацияларында еңеүселәр тип билдәләнде. Тамаша меценаттары  бүләктәре иң бәләкәй бәйгеселәрҙең һәр береһенә хуш килде.

Шулай уҡ Джентльмен “Өс таған”-шоу бәйгеһе “БлагоДарю” хәйриә акцияһы сиктәрендә ойошторолоп, тамашасылар ярҙамында йыйылған матди ярҙам ҡәһәрле ут ялҡынынан зыян күреп, тормоштарында ауыр хәлгә ҡалған, II төркөм физик мөмкинлектәре сикләнгән улын тәрбиәләгән Дәүләт ауылынан хеҙмәт ветераны Маһинур апай Килдейәроваға тапшырылды.

Барыһына ла изге теләктәр теләп, байрам концерты менән тамашабыҙҙы йомғаҡлап ҡуйҙыҡ.

Фотографии

Рубрики: Новости