Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих

ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ

МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН

“Ер ҡото” республика этнофестивале

МОО “Совет женщин Абзелиловского района”:
16 һәм 17 июлдә Әбйәлилдә Айғырбатҡан һәм Баймаҡ районында Манһары ауылы яланында халыҡ дауалаусыларының “Ер ҡото” тип аталған республика этнофестивале уҙҙы. Проекттың авторы Башҡортостан ҡатын -ҡыҙҙар йәмғиәте председателе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Г.Г.Ҡолһарина. Фестивальдең тәүгеләрҙән булып Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында ойошторолоуы осраҡлы түгелдер, сөнки Әбйәлил, Баймаҡ райондары халҡы борондан халыҡ дауалаусыларына, әүлиә-ишандарға бай төбәктәрҙән һанала. Әлеге ваҡытта ла был дауаланыу ысулдары менән бик күп кеше файҙалана икән. Фестивалдә бөтә республиканан, күрше Силәбе, Ҡазан өлкәһенән йыйылған делегация һәм 100 халыҡ дауалаусыһы, ғалимдар, табибтар, имамдар ҡатнашты. Ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар һаны меңдән ашкандыр. Ябайлығы һәм эскерһеҙлеге менән башҡа сараларҙан айырылып торған фестиваль халыҡта ныҡ ҡыҙыҡһыныу уятты. Бағымсылар халыҡты ҡабул итеп, дауалауҙан тыш, төрлө дәрестәр, кәңәштәр, тренингтар үткәрҙеләр. Шулай уҡ көн буйына һуҙылған фестивальдә башҡорт тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, кәсептәрен онотмаҫка, уларҙы дауам итеүгә, сәсәндәр мәктәбен үҫтереүгә, ололарға һәм ата-әсәләргә хөрмәтте арттырыуға, ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыуға, балаларға дөрөҫ тәрбиә биреүгә, һаулыкты нығытыуға һәм башҡа сәләмәт тормош алып барыуға арналған темалар ҡушылып, үрелеп барҙы. Сараны ойоштороуҙа ауыл ҡатын- ҡыҙҙар ойошмалары, ағинәйҙәр ҡоро ағзалары, ветерандар ойошмалары әүҙем ҡатнашты. Башҡорт милли ризыҡтарынан, төрлө ҡул эштәренән һәм кәсептәренән торған күргәҙмәләр, мастер -класс ойоштороу улар иңенә төштө. Ваҡыттарын, көстәрен йәлләмәй, йәмғиәт эшенә йәнен фиҙа ҡылған район ҡатын -ҡыҙҙары һәм ветерандары оло баһаға лайыҡ. Уларға һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәрәкәтле оҙон ғүмер насип булһын. Артабан да берҙәм, дәррәү һәм ихлас булып ҡалығыҙ, хөрмәтле райондаштар!





Рубрики: Новости