Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих
ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ
АДМИНИСТРАЦИИ МУНИЦИПАЛЬНОГО
РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ
РАЙОНЫ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ
МӘҘӘНИӘТ БҮЛЕГЕ

Эшлекле уйын “Мәҙәни мөхит”

11 декабрь Хәлил ауылы мәҙәни-ял үҙәгендә «Мәҙәни мөхит» темаһына эшлекле уйын утте. Уйынды әҙерләүсе һәм алып барыусы З.Б. Абдулғазина сарала ҡатнашыусыларға мәҙәни-ял үҙәгенең имиджы нимәнән ғибрәт, уны үҫтереү сараларын эҙләү; афиша, реклама ысулдарын урынлы ҡулланыу; газета-журналдарға яҙылыу компанияһында 5 топ-рейтинг әҙерләү, түләүле хеҙмәттәр төрҙәре, спосорҙарҙы йәлеп итеү юлдары кеүек проблемаларҙы бергәләп сисеү юлдарын эҙләргә тәҡдим итте. Сарала 27 мәҙәниәт хеҙмәткәре ҡатнашты. Рауил, Гусев, Боранғол, Хәлил ауыл биләмәләре мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре 4 команда булып төрлөсә тәҡдимдәр индерҙеләр. Командаларҙың эшен район мәҙәниәт бүлеге белгестәре З.Р.Исхакова һәм Г.Ш.Гиниәтова баһаланы. Иң юғары баһаны Рауил ауыл биләмәһе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре яуланы. Башҡалар ҙа актив ҡатнашып, төрлө яңы тәҡдимдәр менән бүлеште, уйын барышында яңы идеялар ҙа тыуҙы. Мәҙәниәт хеҙмәтсәндәре Зәһинә Батырхановнаға һәм Хәлил мәҙәни-ял үҙәгенә рәхмәтен белдерҙе һәм эшлекле уйындарҙы артабан да үткәрергә кәрәк тигән фекерҙәрен еткерҙеләр.





Рубрики: Новости