“Гәлсәр һандуғас -2017” телевизион конкурсында яңы еңеүсе!
17 йыл башҡорт эстрадаһы көмбәҙендә “Гәлсәр һандуғас” яңынан-яңы исемдәр аса! Бына “Гәлсәр һандуғас -2017” лә уҙып китте. Йыл барышында Асҡар ауылы ҡыҙы Рияна Халимова һайлап алыу турын, беренсе һәм икенсе турҙарҙы уңышлы үтеп, телевизион эстрада-йыр конкурсында 3 урынға лайыҡ булды. Әйткәндәй, Риянаның етәксеһе – С.Ғ.Хызыровтың әҙерләгән йырсылары 10 йыл рәттән был конкурста уңыштар яулай. Еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар теләйбеҙ!
Рубрики: Новости