Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих
ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ
АДМИНИСТРАЦИИ МУНИЦИПАЛЬНОГО
РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ
РАЙОНЫ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ
МӘҘӘНИӘТ БҮЛЕГЕ

“Гүзәлкәй – 2023” исеменә кем лайыҡ булды икән?

“Борон-борон заманда башҡорттарҙың матур Әбйәлил ерлегендә, Ҡырҡты тауы итәгендә, Ҡыҙыл буйҙарында йәшәгән ғаиләләрҙә бер-бер артлы бер йылда ҡыҙ-балалар доньяға килә. Шаянлығы, шуҡлығы, зирәклеге, матурлығы менән айырылып тора был 12 ҡыҙсыҡ. Шул уҡ ваҡытта тапҡыр ҙа, һөйкөмлө-нәзәкәтле лә була улар…” тип башланып китте беҙҙең быйылғы кескәй сибәркәйҙәр бәйгеһе – “Гүзәлкәй-2023”. Район кимәлендә был бәйге 16-сы йыл рәттән үткәрелеп килә һәм иң сағыу сараларҙың береһе тип һанала. Башҡорт халыҡ әкиәте “Ҡош аяғы” (“Гора самоцветов” сериалынан алынған йәнһүрәт. Режиссеры – В.Байрамғолов, сценарий авторы – Т.Бураҡаева) мотивы буйынса сәхнәләштерелгән тамаша һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ҡыҙҙарҙың сығыштары Әбйәлилдең ижади коллективтарының сағыу концерт номерҙары менән үрелеп килде.
Быйыл конкурста мәктәпкәсә йәштәге 12 гүзәлкәй үҙҙәренең көсөн һынап ҡараны. Ҡыҙҙар алдында алты һынау торҙо:
1. «Башҡорт бейеүе»;
2. «Этно-мода – 2023»;
3. «Визитка»;
4. «Шейпинг»;
5. «Ижади бәйге»;
6. «Дефиле».
Һылыуҡайҙарҙың сығыштарын баһаларға Сибай ҡалаһының арҙаҡлы сәхнә оҫталары тамаша ҡылырға килде. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, К.А.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Нәсимә Әхмәтхәлим ҡыҙы Ғиззәтуллина, шул уҡ колледждың вокал бүлеге уҡытыусыһы Зәлиә Насырьян ҡыҙы Аитбаева, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Сибай музыка мәктәбенең хореография бүлеге мөдире Ләйсән Әсхәт ҡыҙы Таштимерова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай балалар һынлы сәнғәт мәктәбенең директоры Флорида Фиолит ҡыҙы Ҡәҙерғолова сибәркәйҙәргә үҙ баһаларын ҡуйып, хөкөм ҡарарына сығарғансы, гүзәлкәйҙәр өсөн янып-көйөп килгән тамашасылар өсөн матур, сағыу номерҙарҙан торған концерт тәҡдим ителде. Махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәребеҙҙе лә был кистә иҫкә алдыҡ, хәрбиҙәрҙең гимнына әүерелгән “Кейек ҡаҙ юлдары” йырын башҡарыусы аталы-ҡыҙлы Илфир һәм София Вәлиевтар тамашаға илаһи бер нур бөрктө.
Интернет селтәрендә үткәрелгән «Интернет гүзәле – 2023» тауыш биреү бәйгеһендә Хәкимова Риана иң күп (958) тауыш йыйып, “Интернет гүзәле” титулын яуланы. Уға профессиональ фотограф – Иштимер Рафиҡ улы Йосопов мең ярымлыҡ сертификат бүләк итте.
Асҡар ҡыҙы Лоҡманова Нәргизә «Сая» номинацияһына дәғүә итһә, Камалова Фатима (Асҡар) – «Ҡупшыҡай», Кинйәбулатова Ралина (Әбделғәзе) – «Тырыш ҡыҙ», Мусина Илмира (Ҡырҙас) – «Наҙлы» номинацияларына лайык булдылар.
III урынға өс сибәркәй лайыҡ булды. Уларҙың икәүһе Ҡушый ауылы ҡыҙҙары – Хәкимова Риана, Бикмашева Айгүзәл һәм Асҡар һылыуы Минһажева Мәликә.
II урынды Кәлимуллина Арина (Асҡар) һәм Фәтхетдинова Анелия (Асҡар) бүлеште.
I урын Асҡар гүзәлкәйе Уелданова Даринаға тапшырылды.
Гран-принан саҡ ҡына ҡалышып, Ҡушый ауылы һылыуҡайы Һырлыбаева Әминә «Тамашасы һөйөүе» исемен лайыҡлы рәүештә алды.
Һәм, әлбиттә, иң күп балл йыйыусы һәм Гран-при яулаусы Асҡар һылыуы – Риана Хәйбуллина «Гүзәлкәй -2023» титулына лайыҡ булды.
Барлыҡ гүзәлкәйҙәр ҙә ойоштороусылар тарафынан әҙерләнгән дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр һәм бәйгенең бағымсыһы – Иштимер Йосопов әҙерләгән фотопортреттар менән буләкләнде.
Кескәй гүзәлкәйҙәребеҙҙе еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм алдағы тормоштарында тағы ла ҙур уңыштарға өлгәшеүҙәрен теләйбеҙ!





Рубрики: Новости