Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих
ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ
АДМИНИСТРАЦИИ МУНИЦИПАЛЬНОГО
РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ
РАЙОНЫ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ
МӘҘӘНИӘТ БҮЛЕГЕ

“Гүзәлкәй-2024” титулына кем лайыҡ булды?

Бөгөн Район мәҙәниәт йортонда йылдың иң сағыу сараларының береһе «Гүзәлкәй -2024» үтте. Ун ете йыл рәттән үткәрелеп килгән конкурс хәҙер инде Район мәҙәниәт йортоноң йөҙөк ҡашына әйләнде лә инде.

Быйыл конкурста биш йәштән ете йәшкә тиклемге 13 ҡыҙ үҙҙәренең көсөн һынап ҡараны. Ҡыҙҙар алдында биш һынау торҙо:

«Визитка» (гүзәлкәйҙәр үҙҙәре менән ҡыҫҡаса таныштырҙы һәм шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең һөйләү, һүҙ оҫталыҡтарын күрһәттеләр);
«Йәйге мода – 2024» (ҡыҙҙар үҙҙәренең йәйге зауыҡлы кейемдәрен тәҡдим иттеләр);
«Шейпинг» (ҡыҙҙар үҙҙәренең спорт менән дуҫ икәнлектәрен раҫланылар);
«Ижади конкурс» (йыр-бейеүгә булған һәләттәрен күрһәттеләр);
«Дефиле» (ҡыҙҙар матур күлдәктәрен кейеп, сәхнә тирәләй ғорур баҫып, үҙҙәренең итәғәтле, сабыр булыуҙарын күрһәттеләр).
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, иң күп балл йыйыусы Асҡар ауылы ҡыҙы – Сәйетғәлина Арина «Гүзәлкәй-2024» титулына лайыҡ булды. Унан саҡ ҡына ҡалышып, Сәйетғәлина Ралина (Дауыт) – «Тамашасы һөйөүе»н яуланы.

I урын Асҡар ауылы һылыуҡайы Фәтхетдинова Амираға тапшырылды.
II урынды Вәлиева Лиана (Асҡар) һәм Илһамова Әдилә (Асҡар) бүлеште.
III урынға, иһә, өс гүзәлкәй сыҡты. Улар – Ғәлимова Диана (Асҡар), Лоҡманова Нурия (Дәүләт), Мәғәфурова Фәнилә (Асҡар).

Интернет селтәрендә үткәрелгән «Интернет Гүзәлкәйе – 2024» титулына Амантаева Алтынай дәғүә итте, шулай уҡ ул “Сая” номинацияһына ла эйә булды. Ҡадырова Аделия (Асҡар) «Наҙлыҡай» яулаһа, Искакова Гөлсиә (Әбделғәзе) – «Ҡупшыҡай», Өмөтҡужина Камила (Асҡар) – «Нәзәкәтле» , Әхмәрова Йәсминә (Дәүләт) – «Матурҡай» номинацияларына лайык булдылар.

Барлыҡ гүзәлкәйҙәр ҙә дипломдар һәм конкурстың бағымсылары – «Инфинити» реклама агенствоһы директоры Агзамов Илгиз Наил улы, “Детский мир” магазины етәксеһе Хәйруллина Резеда Рәмил ҡыҙы, “Подарки” магазины етәксеһе Рамазанова Гөлназ, “Йондоҙ” нәшриәт-комплексы, “Мәҙәни–ял итеү үҙәге” методисы Алена Әхтәмова, профессиональ фотограф Йосопов Иштимер Рафиҡ улы һәм “Урал ынйылары” өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе Әлиә Фәтхетдинова тарафтарынан әҙерләнгән иҫтәлекле бүләктәр һәм сертификаттар менән бүләкләнде.
Больше фотографий





Рубрики: Новости