Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих
ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ
АДМИНИСТРАЦИИ МУНИЦИПАЛЬНОГО
РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ
РАЙОНЫ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ
МӘҘӘНИӘТ БҮЛЕГЕ

Коллегаларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Район мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Республикаһы Көнө айҡанлы тантаналы концерт үтте. Унда хеҙмәт алдынғыларын Әбйәлил районы Администарцияһы башлығы Илдар Таһир улы Нафиҡов тәбрикләне. Улар араһында беҙҙең коллегаларыбыҙ: Район мәҙәниәт Йортоноң рәссам-декораторы – Нафиҡова Гөлирә Хәлил ҡыҙы, Михайловка ауылының “Уралтау” өлгөлө балалар бейеү коллективы етәксеһе – Хәлилов Радик Зиннур улы, Биҡҡол ауылы клубының культорганизаторы – Тимерйәнова Минзәлә Рәсүл ҡыҙы намыҫлы хеҙмәттәре, райондың мәҙәниәтен үҫтереүҙә ҙур өлөш индереүҙәре өсөн һәм Башҡортостан Республикаһы Көнө уңайынан Рәхмәт хаттары менән буләкләнделәр. Коллегаларыбыҙҙы ысын куңелдән ҡотлайбыҙ! Алдағы эштәрендә лә ҙур уңыштар һәм яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ!





Рубрики: Новости