Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих
ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ
АДМИНИСТРАЦИИ МУНИЦИПАЛЬНОГО
РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ
РАЙОНЫ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ
МӘҘӘНИӘТ БҮЛЕГЕ

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең профессиональ байрамын ҡаршы алды

25 март Рәсәйҙә һөнәри эшмәкәрлеге мәҙәниәт менән бәйле булған һәр кем өсөн байрам көнө булып тора! Ошо байрам айҡанлы, бөгөн район мәҙәниәт Йортонда районыбыҙҙың, республикабыҙҙың мәҙәниәтен күтәреүсе, халҡыбыҙға бөтмәҫ кешелек ҡиммәттәрен арттырып, рухи яҡтан байытыусы, талантлы, үҙ эштәрен яратып, тырышып эшләүселәр – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыйылды.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм мәҙәниәт өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының, Республика халыҡ ижады үҙәгенең, Әбйәлил районы Хакимиәтенең һәм Әбйәлил районы мәҙәниәт Бүлегенең Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде.
Хөрмәтле коллегалар, артабан да һеҙгә ижади үрҙәр, яңы асыштар теләйбеҙ! Ижад ҡомарығыҙ һүнмәй, оҙаҡ йылдар үҙ һөнәрегеҙгә тоғро булып, дәртләнеп эшләргә яҙһын!
День работников культуры





Рубрики: Новости