Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих
ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ
АДМИНИСТРАЦИИ МУНИЦИПАЛЬНОГО
РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ
РАЙОНЫ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ
МӘҘӘНИӘТ БҮЛЕГЕ

«Мөғжизәләр яланы»нда гармун һәм ҡурай моңо яңғыраны

«Мөғжизәләр яланы»нда гармун һәм ҡурай моңон яңғыратып

«Рәсәйҙең иң яҡшы 10 гармунсыһы» алтын исемлегенә ингән яҡташыбыҙ Азат Атанғолов Беренсе каналдың «Мөғжизәләр яланы» уйынында ҡатнашты.


— Уйында ҡатнашыу өсөн SMS-уйындың еңеүсеһе булыу шарт булһа ла, мине үҙҙәре эҙләп таптылар. «Мөғжизәләр яланы»ның капитал-шоу ғына түгел, ә мәҙәни-шоу булыуын бөтә халыҡ белә. Уйынды йәнләндереү, тамашасыларҙың, телевизор ҡараусыларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн төрлө төбәктәрҙән сағыу талант эйәләрен махсус рәүештә саҡыралар. «Алтын унау» гармунсыларын ла берәмләп уйында ҡатнаштырып киләләр ине. Шуға күрә мин дә тойомлап, сиратымды көтәүелләп йөрөгәнгә «Мөғжизәләр яланы» саҡырыуҙы ғәҙәти хәл итеп ҡабул иттем, — тип һөйләй Азат Ханнан улы.
Ә шулай ҙа… Намыҫлы, сәмсел башҡорт бит әле ул! Беҙҙең халыҡ ҡунаҡсыллығы менән бүтәндәрҙән ныҡ айырылып торғандай, ҡунаҡҡа барғанда ла, йомартлығын, мул ҡуллылығын раҫлап, күстәнәс-бүләкһеҙ йөрөмәй. Азат Атанғоловтың Мәскәү һынлы Мәскәүгә, «Останкино» телеүҙәгенә барасағын белгәс, Әбйәлил уңғандары уға үҙенсәлекле бүләктәр әҙерләшә. Йәш техниктар станцияһының С. Н. Фазлетдинов етәкселегендәге осоусы моделдәр яһау берекмәһендә шөғөлләнеүсе малайҙар «Мөғжизәләр яланы»ның музейына бүләккә самолет эшләй, З. Ә. Тайсина ҡыҙҙар менән туҙҙан семәрләп бал һауыты әҙерләй. Күстәнәскә башҡорт балын район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л. К. Сәғәҙиева хәстәрләй. Буранғолдағы кейеҙ йорто хужабикәһе Зөлфирә Махийәнова төҫлө кейеҙҙән Леонид Якубовичтың портретын баҫа, Йәнгелдән Зифа Моратшина бауырһаҡ бешерә. Район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов Әбйәлил исеменән алып барыусыға елән һәм бүрек инселәп тапшыра. Азат Ханнан улы эшләгән Асҡар балалар сәнғәт мәктәбе ҡыны менән ҡурай ебәрә. Мәҙәниәт бүлеге һәм район мәҙәни-ял үҙәге етәкселегенең, «Үҙеңде тап» йәштәр-үҫмерҙәр клубының, Байымдан Марс Сәйетғәлиндың, Амангилденән Әлфинә һәм Ғабдрахман Әүбәкеровтарҙың хәтһеҙ матди һәм рухи ярҙамын тойоп, әсәһенең, кәләше һәм балаларының изге фатихаларында юлға сыға яҡташыбыҙ. Гармунын, ҡурайын, сығыш яһаясаҡ милли костюмын алған, бүләктәр тултырылған дәү сумкалы пассажирҙың «Мөғжизәләр яланы»на юл тотоуын белгәс, Өфө аэропортында ла уңышлы сәфәр теләп оҙатып ҡалалар.
Баш ҡала ҡунағы «Останкино» ҡунаҡханаһында урынлаша (ҡунаҡханала йәшәү, ашау — барыһы ла телекомпания иҫәбенә). Иртәнсәк уйында ҡатнашыусыларҙы әңгәмәгә саҡыралар. Бөтәһе 36 кеше килә. Баҡтиһәң, ике көн эсендә бер айлыҡ 4 тапшырыуҙы төшөрәләр икән. Уйынсылар менән телевидение хеҙмәт-кәрҙәре, психологтар әңгәмәләшә. Үҙеңде камералар алдына нисек тоторға, нисек сәләмләргә, нимә һөйләргә кәрәклеген аңлаталар, уйындың шарттарын иҫкәртәләр. Унан йәрәбә тарталар. Азат Атан-ғолов беренсе уйындың өсөнсө турына эләгә. Телевизорҙа рекламаһы менән ҡуша бер сәғәт барған тапшырыуҙы алты сәғәт ярым (!) төшөрәләр. «Оҙаҡ ваҡытты алһа ла, 200-ҙән ашыу тамашасы һыйҙырышлы студия халыҡ менән шығырым тулы», ти уйында ҡатнашыусы.
Уйын диңгеҙ тематикаһына бәйле һорауҙарға ҡорола. Дәғүәселәре — Туланан һәм Сочиҙан ҡатын-ҡыҙҙар менән барабан артына сығып баҫҡас, Азат Ханнан улы студияға сәскә алып сығыуҙарын һорай. Барабан әйләнгән арала уйынсылар үҙҙәре тураһында һөйләй, бүләктәр тапшыра. Башҡорт еләнен һәм бүркен кейгән «Лёня апа» ҡурайҙа уйнап ишеттереүен дә һорай. Яҡташыбыҙ бер юлы ҡурайҙа һәм гармунда уйнап, тамашасыларҙы хайран ҡалдыра. Азат Атанғоловҡа бер тапҡыр ғына барабан әйләндерергә тура килә, ләкин ул әйткән хәреф дөрөҫ булмай. Һуңыраҡ ҡара шаҡмаҡтар артында ниндәй һүҙ йәшерелгән икәнлеген төшөнһә лә, уйын уға кире урап килеп етмәй.
— Өйҙә телевизорҙан ҡарағанда кешеләрҙең ябай ғына һорауҙарға яуап таба алмағандарына ғәжәпләнә торғайным. Уйында ҡатнашҡас ҡына ундағы атмосфераның ябай түгеллеген аңланым. Берҙән, тулҡынланыу көслө, икенсенән, камераға эшләр кәрәк. Унда ниндәй һорау бирелеүен генә түгел, хатта үҙеңдең исемеңде лә онотоуың ихтимал. Шуға күрә минең өсөн уйында ҡатнашыуым үҙе үк еңеү, иҫ киткес бай тәьҫораттар алып ҡайттым, — ти ул.
Юл йөрөүҙән, үҙен төрлө яҡтан һынауҙан ялҡмай талант эйәһе. Ысын сәнғәт кешеһе шулай булырға тейештер ҙә. Былтыр беҙ уның Ростовҡа, Удмуртияға, Венгрияға һәм Орел ҡалаһына сәфәрҙәрен һәм уңышлы сығыштарын гәзиттә даими яҡтыртып барҙыҡ. «Мөғжизәләр яланы» уйын менән башланып киткән ағымдағы йылы ла Азат Атанғолов өсөн сәфәрҙәргә бик бай булмаҡсы. Февраль уртаһында гармунсы Пензала сығыш яһаясаҡ, июлдә Новосибирскиға «Уйна, гармун!» фестиваленә саҡырылған, шулай уҡ Ҡырым, Сочи ҡалаларына гармун менән турға сығасаҡбыҙ, тип пландары менән уртаҡлашты. Гармун оҫтаһына тағы ла бейегерәк ижади үрҙәр яуларға яҙһын тигән теләктә бөгөн «зәңгәр экрандар»ҙан уның ҡатнашлығындағы «Мөғжизәләр яланы» уйынын ҡарарға онотмайыҡ, дуҫтар!
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.





Рубрики: Новости