Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69

ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ

МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН

“Мажаралы ҠЫШ” уйыны шаулап-гөрләп үтеп китте!

Сәғәт көндөҙгө бер тулып үтеүгә Рәхмәт ауыл клубы тирәһенә әкренләп халыҡ йыйыла башланы. Ҡыштың йәй түгеллеген белеп торабыҙ, уйынсыларыбыҙҙы алдан уҡ өшөтөп-туңдырып ҡуймайыҡ тип, иртә килгән балаларҙы һәм уларҙың көйәрмәндәрен ойоштороусылар башта клубҡа йыйҙы.

Алдан һүҙ ҡуйышҡанса, телефон аша “Юлдаш” каналы менән бәйләнешкә ингәндән һуң, йыйылған халыҡ уйын майҙансығына сыҡты.
Бындай уйындарҙың бығаса булмауы сәбәпле, башта бөтәһе лә бер-аҙ аптырабыраҡ, ни булыр икән тип көтһә, уйын шарттарын аңлатып биргәс, балалар ҙа, ололар ҙа йәнләнеп китте.
Бер кемдең дә уйындарҙан ситтә ҡалаһы килмәне. Ҙурыраҡ синыфта уҡыған балалар ҙа, ойоштороусы нимә әйтһә шуны тыңлап, ул ҡайҙа ҡуя, шул урында уйынға ҡушылдылар. Бер кем дә “улар бәләкәйҙәр бит, мин улар менән бер командала булмайым” тимәне. Шулай уҡ, бәләкәстәр ҙә өлкән апай-ағайҙары менән бер рәткә баҫып көс һынаштылар.
Уларға мәргәнлеккә, сослоҡҡа, йылғырлыҡҡа ҡоролған төрлө уйындар тәҡдим ителде. Ихлас теләк менән ҡыҙҙар һәм малайҙар икешәр командаға бүленеп үҙ-ара ярыштылар.
Шулай ҙа иң ҡыҙыҡлыһы “Ҡыҙыл байраҡ” уйыны булғандыр. Сараға йыйылған барлыҡ ҡатнашыусылар ике командаға бүленде. Уларҙың һәр ҡайһыһына тәғәйен роль бирелде: кемдәрҙер снайпер, ҡайһыһылыр атакаға барыусы һалдаттарға әйләнделәр. Уйындың шарты буйынса, атакаға барыусылар, уларға төбәп атылған ҡар-туптарҙан ялтарып, ҡаршы команданың байрағын үҙ яғына алып ҡайтып тау башына ҡаҙап ҡуйырға тейеш ине. Мәргән снайперҙар атакаға килеүселәрҙе ҡар-туптар менән сәпләп кенә, сүпләп кенә торҙолар. Кем дә кем үҙенә осоп килгән ҡарҙан ялтарып өлгөрмәгән, уйындан сыға барҙы. Шуның өсөн дә “тере” ҡалып, байраҡты ҡулға төшөрөү еңелдән булманы. Бер кем дә алдынғылыҡты бирергә теләмәне, өс таймдан торған уйын тигеҙ мәрәй менән тамамланды. Шуға бөтә балалар ҙа еңеүсе тип табылды – командалар араһында айырым ғына еңеүсе булманы һәм уйында ҡатнашҡан бөтә балаларға ла алдағы кәндәрҙә ауылыбыҙҙа үтәсәк “Аралар ярышы” концерттарына саҡырыу ҡағыҙҙары таратылды. Ә инде сослоҡта, йылғырлыҡта, мәргәнлектә үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән бөтә уйынсыларҙы ойоштороусылар бүләкләп китте. Уйын барышында байраҡтар дүрт тапҡыр урындарын алыштырҙы. Көйәрмәндәрҙе шаҡ ҡатырып, байраҡтарҙы өс тапҡыр ҡыҙҙар алып ҡайтты, ә инде мәргәндәр араһында, әлбиттә, малайҙар күберәк булды. Тағы ла бер ҡыуандырғаны, уйынсылар араһында, әле уҡыуға төшмәгән балаларҙың да күренеүе ине. Уларҙы ла бер кем ситкә типмәне. Шуныһы ҡыҙыҡ, уйын тамамланғас та балалар өйҙәренә ашыҡманы. Улар бөгөн генә өйрәнгән был уйынды үҙ-ара һаман уйнап, дауам итеп ҡалдылар. Ауыл клубы яғынан балаларҙың сыр-сыу килеп уйнаған тауыштары тағы бер-нисә сәғәт яңғырап торҙо. Шулай итеп, ҡыштың мажаралы был көнө бик матур хәтирәләр ҡалдырып үтеп китте. Алдағы көндәрҙә лә бындай уйындар ҡабатланып торһон тигән теләк менән “Мажаралы ҠЫШ”ты тамамлап ҡуйҙыҡ. Ошо урында “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтебеҙҙе белдереп үткебеҙ килә! Беҙҙең бәләкәй генә ауылыбыҙҙа үтеп ятҡан ошо уйынға ҙур ихтибар бүлеп, сарабыҙҙы яҡтыртып үтеүегеҙ өсөн рәхмәт! Алдағы көндәрҙә лә шулай бер-беребеҙгә терәк булып бергә-бергә эшләргә яҙһын – тоғро дуҫтар-юлдаштар булып ҡалайыҡ!Рахметово5 Рахметово7 Рахметово6 Рахметово4 Рахметово3 Рахметово2 Рахметово1 Рахметово8

Рубрики: Новости