“Мираҫ” балалар театры беренселектә
Район кимәлендә мәктәп театр коллективтары араһында иғлан ителгән фестивалдә Илүзә Мөдәрис ҡыҙы Шәйәхмәтова етәкләгән “Мираҫ” балалар театр түңәрәге “Тәртипһеҙ тейен” (Г.Ғәлиева) спектакле өсөн 1-се дәрәжәле диплом һәм “Иң оригинал сәхнә биҙәләше” номинацияһында бүләкләнде. Төп ролде башҡарыусы Рифат Рәхмәтуллин (Матурбай) “Иң яҡшы ир-егет роле”ндә билдәләнде. Йәш таланттарға артабан да ҙур ижади уңыштар теләйбеҙ!
Рубрики: Новости