Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих
ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ
АДМИНИСТРАЦИИ МУНИЦИПАЛЬНОГО
РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ
РАЙОНЫ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ
МӘҘӘНИӘТ БҮЛЕГЕ

“Ҡомартҡы”ла ҡатнашыусыларҙың форум тураһында фекрҙәре…

Фотоальбом “Ҡомартҡы”

Гөлгөнә Баймырҙина:
15 июль Әбйәлил районында Байым тархан ерендә ҠОМАРТҠЫ Урал аръяғы башҡорттарының Республика йәштәр форумы үтте. Мәҙәни сараның мөһим өлөшө ул йәштәр араһында 45 йәшкә тиклемге “Быуын сылбыры” бәйгеһе, үҙ тамырынды барлау, өйрәнеү, һаҡлау, киләсәккә еткереү.Форум өсөнсө тапҡыр ойошторола,бәйгелә һәр ваҡыттағыса Әбйәлил, Белорет, Бөрйән райондары әүҙем ҡатнаша. Был юлы Мәскәү өлкәһенән дэ ҡатнашыусылар булды һәм бик төплө, ныҡлы әҙерләнеп килгәндәр. Шул уҡ ваҡытта ошр төбәк райондары Учалы, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла райондары бөтөнләй ҡатнашмай…
Быуын сылбырын барлаусыларзың төп бүләге – 50 000 һумға Мәскәү өлкәһе Котельники ҡалаһынан Латипова Сулпан эйә булды. Ул үҙенең шәжәрәһен дә, шәхестәрен дә , кәсептәрен дә белә һәм ошо аманатты һаҡлаусы ла.
1 се урын яулаусы Әбйәлилдә районы Амангилде ауылынан Айгөл Вәлиева һоҡландырғыс сығышында ауылдың тарихынан башланы. Ҡараһаҡал ихтилалына хәтле Туҡембәт исеме менән булған ауыл, карателдәр тарафынан көлгә ҡалдырылған була… унан һуң ошо урынға уның Амангилде улы киренән ауылды нигеҙләй, тине. Ошо ваҡыт минең күңелем ныҡ тулышып, илағыларым килде. Үҙебеҙҙә сыҡҡан бәйеттәр иҫемә төштө, ата – бабаларыбыҙ тарихы күҙ алдымдан йүгерҙе.
Бөрйән районынан килеүсе Ишморатова Инзира күп тармаҡлы эш алып бара, үҙенең яҡлап ҡына түгел, ире яғынан да быуындар сылбырынан селтәр үрә, Белорет районы Шығай ауылынан Ғәлиуллина Ольга бөтә ғаиләһе – өс быуын вәкилдәре менән килеп үҙ тамырҙары, ғаилә ҡомартҡылары менән таныштырҙы.
Бөрйән районы Вәлиева Ғәлиә хатта ике көн дауамында шәжәрәһен кейеҙ һуғып – сергетыш эшләп алып килгән. Иҫ киткес ҡомартҡы!
Барыһын да барлап етә алмаһам да, бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт! Һеҙ бөйөк,кәрәкле эш эшләйееҙ, Афарин!
Ошонда кире әйләнеп быуын сылбыры нисәмә быуат, төрлө ваҡиғалар аша беҙгә килеп еткән ҡиммәтле мәғлүмәте, ҡомартҡы хаҡында белергә була.
Йылдар үткән һайын тыуған яғың һағындыра, нығыраҡ тарта. Сөнки бында минең ата – бабам быуаттар буйы йәшәгән – ҡәҙерле, ер.
Улай ғына ла түгел, ҡан тугеп ерен һаҡлаған изге ер, тыуған ил.
Ошо урында тарих төпкөлөнә ҡайтып бәйән итәйем, карателдәр Ҡараһаҡал ихтилалын дөмөктөрөү өсөн Әбйәлил районына ҡараған ике Ҡыҙыл йылғаһы буйында 152 ауылды көлгә ҡалдырғандар. Унан һуң ҡалҡып сыҡҡан ауылдар икенсе исемдәр менән тергеҙелә.
ҠОМАРТҠЫ проекты оҙон ғүмерле булыр, күп яңы исемдәр асыр тигән өмөттә ҡалам.

Азат Ғәлиуллиин:
Инде нисәнсе йыл республика этно-мәҙәни сараларын хәбәрсе булараҡ яҡтыртҡандан һуң, бөгөн ниһайәт, үҙемде баһалама ағзаһы булараҡ һынап ҡараным. Тәьҫораттар иҫ киткес. Бер һүҙ менән генә аңлатып булмай. Проект та бит ябайҙан түгел. Урал аръяғы башҡорттарының этник мәҙәниәтен пропагандалаған күләмле эш. “Йыуаса”, “Быуын сылбыры”, “Лаҡап тирмәһе” булһынмы һәммәһе лә аҫаба халыҡтың йөҙөн билдәләй. Нисек? Үҙенең милли үҙенсәлеген быуындан-быуынға тапшыра килеүе менән. “Быуындар сылбыры”нда мәҫәлән, ҡатнашыусыларҙың шанлы үткәнен ҡәҙерләп һаҡлауы ҡыуаныслы. Ҡәҙерле курсташым, яҡташым, Амангилде ауылы ҡыҙы Айгөл Вәлиева үҙ ғаилә тарихын шул тиклем ентекле белеүе хайран итте. Ҡыҙыҡлы факттар менән байытты ғына. Ә Бөрйән ҡыҙы Инзирә Баязитованың үҙ туғандарынан әллә нисәмә, хатта ки тормош иптәшенең дә ғаилә тарихын барлауы һоҡландырҙы. Афариндар! Йыуасаны ла милләттәштәрем ябай аш-һыу итеп түгел, ә тәрән фәлсәфә һалынған милли ризыҡ булараҡ ҡабул итә. Тик форумда ғына мин әруахтарҙы шатландырыр өсөн махсус әҙерләнгән йыуаса төрөнә төшөндөм. Беренсе тапҡыр арыш ононан бешерелгәненән ауыҙ иттем. Һәммәһе лә тәмле, телде йоторлоҡ булды ул. Ҡыҫҡаһы, туйғансы йыуаса ашалды ғына. Ә конкурс һөҙөмтәләренә ярашлы, Фәнүзә апай етәкселегендәге Ҡушый ауылы командаһы 25 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Шәпме? Әлбиттә! Барыһын да һөйләп бөтөп булмай. Үҙенсәлекле проект башланғысында торған Гөлгөнә Баймырҙинаға һәм дә хөрмәтле яҡташымдың шәп командаһына ҙур рәхмәт! Һәр ваҡыттағыса текә, ябай булмаған эште атҡарып сыҡтығыҙ! Көслө алҡыштар!

Инзирә Баязитова:
Урал аръяғы башҡорттарының «Ҡомартҡы» этник мәҙәниәте республика йәштәр форумында ҡатнашыу бәхете тейҙе,Аллаға шөкөр! Конкурс яңы идеялар,маҡсаттар бирҙе, тәжрибә тупланым,туған,таныштарымды күрҙем,Аллаға шөкөр!

Халилов Айбулат:
Урал аръяғы башҡорттарының «Ҡомартҡы» этник мәҙәниәте республика йәштәр форумында беҙ “Хазина” фольклор ансамбле менән “Йыуаса” конкурсында ҡатнаштыҡ. Байрам юғары кимәлдә үтте! Ойоштороуғсыларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Ҡорбан ашы, тәмле сәйҙәр менән һыйлап, бик йылы ҡабул итте Әбйәлил ерлеге. Конкурста 3 урын алып, дәрт, ҡеүәт алып, шул тиклем ҡыуанышып ҡайттыҡ! Форум тағы ла үҫешһен, оло ғүмерле булһын!





Рубрики: Новости