Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих

ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ

МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН

Рафиҡ Вафа улы Сәлмәновтың тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы Район мәҙәниәт йортонда хәтер кисәһе уҙҙы

Район мәҙәниәт йортонда күренекле, талантлы башҡорт композиторы, Рәсәй һәм Башҡоторстандың Атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, СССР композиторҙар союзы ағзаһы, шәхес, арҙаҡлы яҡташыбыҙ – Рафиҡ Вафа улы Сәлмәновтың тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе үтте. Рафиҡ Вафа улы Сәлмәнов 1917 йылдың 15 сентябрендә Әбйәлил районы Асҡар ауылында донъяға килә. Яҡташыбыҙҙың кисә барышында яңғырыған “Сирен сәскәләре”, ”Әбйәлил”, ”Яҙ килә”, ”Минең йондоҙом”, “Һалдат йылдары”, ”Хәйерле көн”, ”Гел үргә”, ”Аҡҡошҡайым” һәм башҡа йырҙарын халыҡ ихлас күңел менән тыңлап, илһамланып ҡайтты. Композиторҙың ҡыҙы – Айһылыу Рафиҡ ҡыҙы һәм ейәне – Айбулаттың ҡатнашыуы кисәгә тағы ла йәм, йылылыҡ өҫтәне. Рафиҡ Вафа улының күңеленән урғылған йыр-моң уның күңел бөйөклөгөн һәм матурлығын раҫлай. Әбйәлил тигән атайсалыбыҙҙың данын республика, Рәсәй кимәлендә күтәргән аҫыл ташҡа тиң, арҙаҡлы шәхесебеҙгә булған ихтирамыбыҙҙы, эске тойғоларыбыҙҙы ошо кисә аша күрһәтергә тырыштыҡ.





Рубрики: Новости