Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих

ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ

МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН

Сабантуй – 2022

Әбйәлилдә гөрләп район Һабантуйы үтеп китте. Быйылғы Һабантуй 5 меңдән ашыу кешене йыйҙы. Ауыл хужалығы алдынғыларын тәбрикләү, тирмәләр араһында ярыш,  төрлө балалар һәм ололар өсөн күңелле уйындар, шулай уҡ көрәш, ат сабыштары, бокс, армреслинг, волейбол кеүек төрлө спорт ярыштары ла үткәрелде.
Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм шулай уҡ райондың фольклор, бейеү, вокал ансамблдәре тарафынан үткәрелгән театрлаштырылған тамашанан бер кем дә ситтә ҡалмағандыр. Сәхнәләштереү өҫтөндә алты йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Илдәге йылдар дауамында барған ваҡиғаларҙы сағылдырған тамашаны байрам ҡунаҡтары мөккибән китеп ҡараны.
Тамаша йәш һәм күп балалы ғаиләләр, шулай уҡ үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалған ғаиләләр парады менән тамамланды.





Рубрики: Новости