Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих
ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ
АДМИНИСТРАЦИИ МУНИЦИПАЛЬНОГО
РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ
РАЙОНЫ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ
МӘҘӘНИӘТ БҮЛЕГЕ

Тупаҡ ауылы халҡы өсөн ҙур бүләк

Башҡортостанда мәҙәниәт усаҡтарын яңыртыу буйынса ҙур эш алып барыла. Улар ауыл халҡының ялын юғары кимәлдә ойошторорға, төрлө саралар уҙғарырға мөмкинлек тыуҙыра.
Ә бөгөн, иһә, Тупаҡ ауылы халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға былып уҙҙы: капиталь ремонттан һуң заман талаптарына яуап биргән мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты. Белеүебеҙсә, Тупаҡ ауылы һәләтле, дәртле кешеләргә бай. Хәҙер иһә мәҙәниәт йортоноң яңырыуы, дәртләнеп ижад итергә этәргес кенә булып торор.
Клубты рәткә килтереүгә күп көс һалған, район етәкселеге менән берлектә ошо мәҙәниәт йортон төҙөүҙең башланғысында тороусылар – Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙына (Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе), Истамғәлина Лилиә Закир ҡыҙына (Башҡортостан Республикаһының финанс министры урынбаҫары), Хәмитова Гөлдәр Исмәғил ҡыҙына (Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары) Тупаҡ ауылы халҡы оло рәхмәтен белдерҙе.
Мәҙәниәт йортоноң хужабикәһе – Ғәлиә Айрат ҡыҙы Ғиләжеваға яңы бинала дәртләнеп эшләргә, матур саралар күп кенә үткәрелеп тороуын теләйбеҙ. Клуб бер ҡасан да буш тормаһын, халыҡ өсөн ҡыҙыҡлы ял саралары ойошторолһон, балалар үҙ шөғөлдәрен табып, йәштәр күңелле киске уйындар ойоштороп торһондар ғына.
Яңыртылған клуб ауыл халҡы өсөн яңы офоҡтар асыр, яңы һәләттәр йәлеп итер тип ышанабыҙ.

Клуб асыу тантанаһынан күренештәр киләһе һылтанма буйынса: Фотоальбом “Открытие клуба в д. Тупаково”





Рубрики: Новости