Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69

ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ

МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН

Яңы йыл иртәләре балаларға бик оҡшаны


21-27 декабрь көндәрендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн яңы йыл иртәләре үткәрҙе. “Фунтик мажаралары” әкиәтенә ҡоролған сағыу тамаша мәкер-хәйлә, яуызлыҡты барыбер изгелек, дөрөҫлөк еңеүен күрһәтте. Балалар яратҡан геройҙары менән бергә уйнаны, шыршы тирәләй яңы йыл йырҙарын йырланы, рәхәтләнеп күңел асты. Ҡыҙҙар һәм малайҙар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға үҙ һәләттәрен күрһәтеп, бүләктәр алып ҡыуанды. Матур һәм тылсымға сорналған байрам балалар күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Рубрики: Новости