Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих
ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ
АДМИНИСТРАЦИИ МУНИЦИПАЛЬНОГО
РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ
РАЙОНЫ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ
МӘҘӘНИӘТ БҮЛЕГЕ

Ҡыуаныс, изгелек өләшегеҙ

31 май 11 сәғәттә инвалидтар йәмғиәте Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан район мәҙәниәт һарайына сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар һәм урындағы артистар ҡатнашлығында Мәрхәмәтлек концертына саҡыра. Сара сиктәрендә «Изгелек ҡыл» акцияһы ла үтәсәк. Был акция Әбйәлилдә өсөнсө тапҡыр уҙа һәм унда предприятие һәм ойошмалар, шәхси берәмектәр әүәлгесә әүҙем ҡатнашыр, тигән өмөттә инвалидтар ойошмаһы. Йыйылған бөтә саралар ҙа йылдағыса физик мөмкинлектәре сикле балалар өсөн район һабантуйы уҙғарыуға йүнәлтеләсәк. Аҡсалата ярҙамды район инвалидтар йәмғиәтенең Һаҡлыҡ банкыһындағы 8598-се һанлы бүлексәһендә шәхси иҫәбенә күсерергә мөмкин.
(ИНН 0201002449, счет №40703810306000001640, КПП 020101001, БИК 048073601, к/с 3010181030000000060, Абзелиловская районная организация Башкирской республиканской организации общероссийской общественной организации «Всероссийское общество инвалидов»).
Изге Рамаҙан айында игелекле эш башҡарып, балаларға ҡыуаныс өләшегеҙ, райондаштар!





Рубрики: Новости