Зәңгәр ут
26 декабрҙә Байым мәҙәниәт йорто сәнғәткә ғашик инәйҙәрҙе “Зәңгәр ут” кисәһенә йыйҙы. Мәҙәниәт йорто янындағы түңәрәктәрҙә (фольклор,театр) шөғөлләнеүсе апай-инәйҙәр,Ҡарбикә менән Ҡышбай,эйе-эйе Ҡышбабай түгел,Ҡышбай менән бергә күңел асып,бер-береһен Яңы йыл менән ҡотлап,мәҙәни үҙәктә сәйәхәт яһағандан һуң, мәҙәни үҙәктә тәүгеләрҙән булып ашханаға байрам өҫтәленә рәхим итте.Байрам уйын- көлкө,йыр-бейеүҙәр менән аралашып барҙы.