Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69

ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ

МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН

“Гүзәлкәй-2018” район конкурсы

19 март көнө  Әбйәлил район мәҙәни-ял үҙәгендә  “Гүзәлкәй-2018” район конкурсы үтте (Конкурс).  Конкурс быйыл 11-се  тапҡыр үтә. Проекттың авторы район мәҙәниәт бүлеге методисы Г.Р.Шәйәхмәтова. 5-6 йәшлек ҡыҙ балалар өсөн үткәрелгән был конкурс  11 йыл  дауамында уңышлы эшләп килә. Ошо дәүерҙә  район конкурсында 242  конкурсант үҙенең көсөн һынап ҡараны. Конкурс 5-6 йәштәге  ҡыҙ балаларҙың таланттарын асыуҙы, милли йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе пропагандалауҙы, рухи-әхләҡи ҡиммәттәрҙе  формалаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.  Гүзәлкәйҙәр матурлыҡта, оҫталыҡта, маһирлыҡта көс һынашты. Уларҙың сығышын тәүге йылдарҙа Конкурста еңеп сыҡҡан ҡыҙҙарҙың әсәләре баһаланы.

“Гузәлкәй-2018” район Конкурсының һөҙөмтәләре:

  • Гран-при – Эльвина Әлибаева (Ҡушый ауылы);
  • 1 урын-Илһамова Нурания (Асҡар ауылы);
  • 2 урын-Әлиә Фәтхуллина (Асҡар ауылы);
  • 2 урын-Офелия Гөлиева (Ишбулды ауылы);
  • 3 место-Илзиә Ҡужәхмәтов (Асҡар ауылы);
  • 3 место-Наргизә Баҡыева (Атауҙы ауылы);
  • 3 место-Әлиә Исламғолова (Асҡар ауылы).

“Тамашысылар һөйөүе” номинацияһына  Гөлиә Иғдисамова лайыҡ булды. Шулай уҡ төрлө номинацияляр еңеүсеһе итеп табылдылар:

 

“Мөләйем” – София Набиуллина ( Дәүләт ауылы);

“Сая” – Рузалина Ялалова ( Дәүләт ауылы);

“Нәзәҡәтле”-Диана Ғәбитова(Ҡаҙмаш ауылы);

“Нескә”-Гөлназ Мәсәлимова (Ҡырҙас ауылы).

МКУ отдел культуры  администрации МР Абзелиловский район выражает благодарность спонсорам Конкурса: Фание Фаритовне Сулеймановой – рекламное агентство “Инфинити”, Лидару Хамзеевичу Ахтямову – турбаза “Экстрим”, Светлане и Артуру Галишиным – магазин канцтоваров и игрушек “Карандаш за поддержку талантливых детей, за радость, которую вы подарили детям своим вкладом. Желаем вам здоровья, семейного благополучия и процветания!

 

 

 

 

Рубрики: Без рубрики