Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69

ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ

МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН

“Гүзәлкәй-2018” район конкурсы

19 март көнө Әбйәлил район мәҙәни-ял үҙәгендә “Гүзәлкәй-2018” район конкурсы үтте (Конкурс). Конкурс быйыл 11-се тапҡыр үтә. Проекттың авторы район мәҙәниәт бүлеге методисы Г.Р.Шәйәхмәтова.

5-6 йәшлек ҡыҙ балалар өсөн үткәрелгән был конкурс 11 йыл дауамында уңышлы эшләп килә. Ошо дәүерҙә район конкурсында 242 конкурсант үҙенең көсөн һынап ҡараны. Конкурс 5-6 йәштәге ҡыҙ балаларҙың таланттарын асыуҙы, милли йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе пропагандалауҙы, рухи-әхләҡи ҡиммәттәрҙе формалаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Гүзәлкәйҙәр матурлыҡта, оҫталыҡта, маһирлыҡта көс һынашты. Уларҙың сығышын тәүге йылдарҙа Конкурста еңеп сыҡҡан ҡыҙҙарҙың әсәләре баһаланы.
“Гузәлкәй-2018” район Конкурсының һөҙөмтәләре:
• Гран-при – Эльвина Әлибаева (Ҡушый ауылы);
• 1 урын-Илһамова Нурания (Асҡар ауылы);
• 2 урын-Әлиә Фәтхуллина (Асҡар ауылы);
• 2 урын-Офелия Гөлиева (Ишбулды ауылы);
• 3 место-Илзиә Ҡужәхмәтов (Асҡар ауылы);
• 3 место-Наргизә Баҡыева (Атауҙы ауылы);
• 3 место-Әлиә Исламғолова (Асҡар ауылы).
“Тамашысылар һөйөүе” номинацияһына Гөлиә Иғдисамова лайыҡ булды. Шулай уҡ төрлө номинацияляр еңеүсеһе итеп табылдылар:“Мөләйем” – София Набиуллина ( Дәүләт ауылы);
“Сая” – Рузалина Ялалова ( Дәүләт ауылы);
“Нәзәҡәтле”-Диана Ғәбитова(Ҡаҙмаш ауылы);
“Нескә”-Гөлназ Мәсәлимова (Ҡырҙас ауылы).
МКУ отдел культуры администрации МР Абзелиловский район выражает благодарность спонсорам Конкурса: Фание Фаритовне Сулеймановой – рекламное агентство “Инфинити”, Лидару Хамзеевичу Ахтямову – турбаза “Экстрим”, Светлане и Артуру Галишиным – магазин канцтоваров и игрушек “Карандаш за поддержку талантливых детей, за радость, которую вы подарили детям своим вкладом. Желаем вам здоровья, семейного благополучия и процветания!

Рубрики: Новости