Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих
ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ
АДМИНИСТРАЦИИ МУНИЦИПАЛЬНОГО
РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ
РАЙОНЫ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ
МӘҘӘНИӘТ БҮЛЕГЕ

Әбйәлилдә халыҡ-ара театр көнө гөрләп үтте

Кисә, халыҡ-ара театр көнөндә, Район мәҙәниәт Йортонда яҙыусы, журналист – Ришат Зәйнуллиндың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Өмөт тыуған миҙгел” спектакленең премьераһы үтте. Тулы зал йыйған был спектакль Әбйәлил тамашасаһын бер илатты, бер көлдөрҙө лә. Ҡуйыусы режиссер – Илүзә Мөдәрис ҡыҙы Шәйәхмәтова етәкләгән “Йәйғор” халыҡ театры артистары һәр береһе үҙенең ролен ихлас, оҫта итеп башҡарҙы. Премьераға пьесаның авторы үҙе Р. Зәйнуллин да килде. Ул спектаклгә үҙ баһаһын биреп, ҡуйыусы режиссерға һәм сәхнәләштергән артистарға оло рәхмәттәрен белдереп, артабан да уларға яңы идеялар юлдаш булыуын һәм ижади уңыштар теләне.





Рубрики: Новости