Телефон: (34772)2-04-28, 2-07-34, факс 2-02-69 | Версия для слабовидящих
ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ
АДМИНИСТРАЦИИ МУНИЦИПАЛЬНОГО
РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ
РАЙОНЫ АДМИНИСТРАЦИЯҺЫ
МӘҘӘНИӘТ БҮЛЕГЕ

Әбйәлилдәр Мәскәү һабантуйында


21 июль көнө Мәскәү ҡалаһында “Һабантуй-2018” байрамы үтте. Әбйәлил районынан мәҙәниәт бүлеге начальнигы И.Ә.Мусин һәм методик үҙәк мөдире Г.Р.Шәйәхмәтова етәкселегендәге делегация составында 34 кеше республикабыҙҙың данын яҡлап ҡайтты. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән тыш, шул иҫәптә “Тамъян”ҡулланыусылар йәмғиәте ашнаҡсылары һәм водителдәр. Һабантуй көнөнә район башлығы Р.Һ.Сыңғыҙов та Мәскәүгә килеп етте.
Һабантуй уҙған “Коломенское” музей-заповеднигы биләмәһендә Башҡортостан вәкиллеге туҡталҡаһында ҡунаҡтар, хайран ҡалып, башҡорт йәшәйешен һәм мәҙәниәтен сағылдырған этноихатаны, кейеҙ тирмәне, кейеҙ мунсаны, һунарсы мөйөшөн, ҡул эштәрен, милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йыр-бейеүҙәрен ҡараны. Яҡташтарыбыҙ әҙерләгән буҙа, ҡымыҙ, талҡан, ҡорот, йыуаса кеүек милли ризыҡтарҙан һәм шифалы үлән сәйҙәрен ауыҙ итте.
Этноихата сәхнәһендә республикабыҙҙың күренекле йырсылары “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, мультиинструменталист Зәйнетдин байрам кәйефен өҫтәне.





Рубрики: Новости